Демография
19 Января , 10:38

Йылайырҙың «батша игеҙәктәре» тыуған

Йәш ғаиләлә ете бала тәрбиәләнәсәк.

Йылайырҙың «батша игеҙәктәре» тыуғанЙылайырҙың «батша игеҙәктәре» тыуған
Йылайырҙың «батша игеҙәктәре» тыуған

Йылайыр районында «батша игеҙәктәре» тыуыу осрағы теркәлгән. Сабыйҙар 2025 йылдың 30 декабрендә Шиховтар ғаиләһендә донъяға килгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Владимир Спеле.

«Яңы йыл алдынан Алена һәм Виталий Шиховтарҙың игеҙәктәре – улдары Кирилл һәм ҡыҙҙары Кира тыуған. Сабыйҙар – ошо ҙур һәм татыу ғаиләлә алтынсы һәм етенсе балалар», — тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Әйткәндәй, Шиховтар балаларына үҙенсәлекле һәм матур исемдәр ҡушҡан: Виталина, Евгения, Елисей, Арсений, Евдокия.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-19/v-bashkirii-v-mnogodetnoy-semie-rodilas-korolevskaya-dvoynya-4541838 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас