Ауыл уттары
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Апрель , 14:11

Радий Хәбиров Башҡортостан экологияһы өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытын әйтте

«Бында берҙәм коллектив эшләй, беҙ Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең идаралығы менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2024 һәм 2025 йылдар экология мәсьәләләре йәһәтенән һынылышлы буласаҡ», - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров Башҡортостан экологияһы өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытын әйтте
Радий Хәбиров Башҡортостан экологияһы өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытын әйтте

Радий Хәбиров тәбиғәтте һаҡлау контроле мәсьәләләре өсөн яуаплы ведомствоның эшмәкәрлеге менән танышты.

Идаралыҡ етәксеһе Роман Болотов һөйләүенсә, республикала федераль күҙәтеүҙең тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған 3516 объект бар, шуларҙың 100-ҙән ашыуы – беренсе категориялы объекттар. 2024 йылдың аҙағына тиклем улар комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш, әлегә һигеҙ предприятиеның ғына бар.

Комплекслы экологик рөхсәт – Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған объектта хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлек алып барған юридик берәмеккә йәки шәхси эшҡыуарға бирелә торған һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙы үҙ эсенә алған документ.

2023 йылда тирә-йүнгә кире йоғонто өсөн 243 миллион һум аҡса ингән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 26% күберәк. Был аҡса республика бюджетына килә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларына йүнәлтелә.

Радий Хәбиров Росприроднадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, улар республика етәксеһенә рөхсәт биреү һәм контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыуҙары тураһында һөйләне.

Идаралыҡтың бүлек начальнигы Рөстәм Әхмәҙуллин һүҙҙәренсә, инспекторҙар 2023 йылда 300-ҙән күберәк контроль-күҙәтеү сараһы үткәргән, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың 300-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған. Тәбиғи компоненттарға килтерелгән зыян 1 миллиард һумдан күберәк суммаға баһаланған.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барыла.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-05/radiy-habirov-nazval-sroki-prinyatiya-serieznyh-resheniy-v-sfere-ekologii-bashkirii-3716268 

Радий Хәбиров Башҡортостан экологияһы өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытын әйтте
Радий Хәбиров Башҡортостан экологияһы өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытын әйтте
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: