Экология
2 Октября 2024, 05:53

Йылайыр районы "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды

Район буйынса 26 ойошманан бөтәһе 231 кеше ҡатнашты. 15 төр тирәк, ҡайын һәм 67 шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.

Йылайыр районы "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыЙылайыр районы "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды
Йылайыр районы "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды

Үткән аҙнала республикабыҙ район-ҡалаларында ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһында бөтәһе 36 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.


– Мин коллегаларымдан һәр ваҡыт эшкә комплекслы ҡарауҙарын һорайым. Шуға күрә был акция сиктәрендә беҙҙең төп бурысыбыҙ – ағастар ултыртыу ғына түгел, ә беҙ ҡала һәм ауылдарҙың заманса ҡиәфәтен булдырабыҙ, халҡыбыҙ өсөн уңайлы йәмәғәт киңлектәренә нигеҙ һалабыҙ тип әйтергә теләйем», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Шулай уҡ 2019 йылдан алып ошо акция сиктәрендә бөтәһе 170 мең эре ағас, 1,5 миллиондан ашыу үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған, 800-ҙән ашыу яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән. Унда ҡатнашып матурлыҡ булдырған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.


Беҙҙең район халҡы ла экологик акцияла әүҙем ҡатнашты. Акция сиктәрендә район үҙәге Йылайырҙа һәм ауыл биләмәләрендә парктар һәм урамдарға ағас үҫентеләре ултыртылды.
Район буйынса 26 ойошманан бөтәһе 231 кеше ҡатнашты. 15 төр тирәк, ҡайын һәм 67 шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Йәмғеһе 23 берәмек техника йәлеп ителде.


Йәшеллек төбәкте йәмләй. Шуның өсөн бындай акцияларҙа ҡатнашыу районыбыҙ киләсәге һәм матурлығы өсөн мөһим роль уйнай.
Экологик акцияларға ҡушылып, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

Айгөл Иҫәнгилдина фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас