Сараны асып сәләмләү һүҙҙәре менән район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Алһыу Амакасова, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов һәм Йылайыр балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Владимир Скопинов сығыш яһаны.
Ҡатнашыусы командалар компетентлы жюри ағзалары алдында үҙҙәре менән таныштырып үткәндән һуң, иң ҡыҙыу мәл – спорт ярыштары башланып китте. Был спорт уйындарында бөтәһе ете команда көс һынашты, уларҙың һәр береһе үҙенең физик һәләтен генә түгел, берҙәм һәм татыу булыуын күрһәтте. Төрлө эстафеталар, дартс спорт төрө, йөҙөү буйынса ярышты улар.
Ярыш һуңында командалар араһында лайыҡлы урындар билдәләнде. 1-се урынға Йылайырҙағы «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы коллективы, 2-се урынға
Ҡашҡар ауылынан «Миләш» балалар баҡсаһы сыҡһа, 3-сө урынды Матрайҙан «Йәйғор» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре алды.
Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар менән билдәләнде.
Сара бик ойошҡанлы һәм дуҫлыҡ атмосфераһында үтте, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бик оҡшаны.