

Көньяҡ Уралда, шул иҫәптән Башҡортостандың хәҙерге Урал аръяғы райондары биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмаларҙы сәнәғәттә эшкәртеү һәм сығарыу өс быуатҡа яҡын бара.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә законлы тәртип урынлаштырыу буйынса системалы эш дауам итә. Намыҫһыҙ алтын сығарыусылар тарафынан быға тиклем ҡылынған боҙоуҙарға яуап итеп 2028 йылдың аҙағына тиклем Урал аръяғында һибелмә алтын сығарыу өсөн лицензиялар биреүгә мораторий һалынды. 2021 йылдан республикала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшләй, Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған һәм хоҡуҡ боҙоуҙар менән көрәштә һөҙөмтәле ҡоралға әйләнгән.
Комиссияның яйға һалынған эше ярҙамында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинселеге тыуҙы, –ти Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов. – Хәл ысынлап та яҡшырҙы, әммә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән проблема һаҡлана, уларҙа мораторий индерелгәнгә тиклем алынған лицензиялар ҡалған. Контролдең көсһөҙләнеүен көтөп кенә йөрөйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Был мәсьәлә идаралығыбыҙҙың ғына түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарының да айырым иғтибарында. Әлеге ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы ҡушыуы буйынса алтын сығарыуға һәм разведкалауға лицензияһы булған 14 предприятиела тикшереү бара».
Шулай уҡ был мәсьәлә төбәк Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә.
Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов ҡайһы бер ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге эҙемтәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең районда файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бар. “Весна”, “Таналыҡ” һәм “Графское” яуаплылығы сикләнгән ойошмалары тарафынан алтын сығарыу вәхшиҙәрсә алып барылды. Уларҙың эшмәкәрлегенән зыян биш миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Әле суд процестары бара. Был ойошмалар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау нормаларын үтәмәй, районда теркәлмәй, шуға күрә район бюджетына килем килмәй. Улар ҡаҙыу эштәре үткәргән ерҙәрҙең уңдырышлылығын ҡайтарыу һәм рекультивация үткәреү тураһында уйланмай. Уларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында экологияға зыян килтерелгән, йылғалар, һыу ятҡылыҡтары бысранған, – тип һөйләй Азамат Иҙрисов.
Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның эше бик һөҙөмтәле булды, тип билдәләй район башлығы. Уның эшмәкәрлеге ярҙамында һибелмә алтынды саманан тыш сығарыу процесын туҡтатырға мөмкинлек тыуҙы.
МВК инициативаһы буйынса «Графское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, - тип хәбәр итте Азамат Иҙрисов. - Ә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы «Башнедра» ға «Графское»ның лицензияһын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен ҡарау үтенесе менән хат ебәрҙе. Был һибелмә алтынды контролдән тыш сығарыу процесын туҡтатырға һәм үрҙә һанап үтелгән ер аҫты ҡулланыусыларын лицензияларын туҡтатыу менән яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкинлек бирә. Экология министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән берлектә законһыҙ табышҡа ҡаршы рейд саралары үткәрелә.
Район башлығы фекеренсә, эшкәртеүгә ҡайтһаҡ, күп факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Ер аҫтын эшкәртеү тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенә ярашлы һәм урындағы халыҡ тарафынан йәмәғәт контроле аҫтында цивилизациялы ысулдар менән алып барылырға тейеш.
- Республикабыҙҙың ер аҫтын эшкәртеү проблемаһы, айырыуса Урал аръяғының ҡайһы бер райондарында бик мөһим һәм киҫкен тора, – тине Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ, федераль структураларҙың территориаль органдары, хоҡуҡ һаҡлаусылар, шулай уҡ Учалыла ер аҫтын эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған былтырғы шау-шыулы күсмә ултырышта Республика Башлығы Радий Хәбиров. Ул саҡта ул «кешеләрҙе ер аҫты ҡулланыусылары менән күҙмә-күҙ яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа» тип ныҡлы вәғәҙә бирә.
Әлбиттә, бар проблемаларҙы тиҙ генә йырып сығыуы еңелдән түгел, бының өсөн ваҡыт һәм көс кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар тураһында мәғлүмәтте системалаштырыу һәм улар менән социаль-экологик яуаплылыҡ принциптары нигеҙендә хеҙмәттәшлек төҙөү МВК-ның айырым эш йүнәлеше булып тора. Ике йылдан ашыу элек «Роснедр» етәксеһе 31-се бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы Урал аръяғы майҙаны 2025 йылға тиклем федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә геологик өйрәнеү өсөн ер аҫты участкалары исемлегенә индерелә. Бының менән республиканың Урал аръяғы райондарында һибелмә алтын сығарыуға компанияларға лицензиялар биреүгә мораторий индерелә. Һуңғараҡ ул 2028 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыла.
Радий Хәбиров был мораторийҙы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән уртаҡ ҡарар буйынса иғлан итеү – мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе тип атаны.
Әммә был ғәмәлдәрҙең барыһы ла уйын ҡағиҙәләрен тамырҙан үҙгәртмәй. Радий Хәбиров Петербург иҡтисади форумында «Роснедра» агентлығы етәксеһе Олег Казанов менән осрашыуҙа ошо хаҡта әйтте. "Олег Казанов менән тикшергән төп мәсьәлә – алтынды һибелмә ысул менән сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий индереү, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Әлегә ул ваҡытлыса ғына, әммә беҙҙең өсөн был мәсьәләнең бөтөнләй икенсе төрлө хәл ителеүе мөһим. Урал аръяғы халҡын был айырыуса борсой. Июлдә Олег Владимирович менән беҙҙең республикала кәңәшмә үткәрергә планлаштырҙыҡ. Уға вәхшиҙәрсә алтын табыу килтергән эҙемтәләрҙе күрһәтәсәкбеҙ. Иң мөһиме, «Роснедр» етәкселеге беҙҙе ишетә, шуға күрә проблеманы хәл итербеҙ тип ышанам».
Шул уҡ ваҡытта бер кем дә ер аҫтын эшкәртеү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү кәрәклеген шик аҫтына ҡуймай. Әммә ҡайһы бер урындағы активистар киреһен әйтергә саҡыра.
Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов бындай позицияны уйланылмаған тип иҫәпләй.
Һәр төрлө ҡаҙылма эшмәкәрлеген тулыһынса тыйыу – ул төптө хата. Республикаға тәбиғәттән рациональ файҙаланыуҙы һәм экологик хәүефһеҙлекте берләштергән төплө сәйәсәт кәрәк. Беҙҙең бурыс – төбәктең иҡтисади үҫеше һәм уникаль тәбиғәтен һаҡлау араһында баланс табыу, - тип үҙ позицияһына аңлатма бирҙе ул.
Ысынбарлыҡта, Башҡортостан территорияһында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тарихында бындай хәл бер ҡасан да булмаған. Әммә ҡасандыр башларға кәрәк бит…
Евгений Ветров.