Ауыл уттары
-3 °С
Облачно
Экология
3 Сентября , 06:21

Республикала Халыҡ-ара "Геовызов" чемпионаты башланды

Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сарала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән 300-ләп студент ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Башлығы буласаҡ геологтар менән осрашты.

"ГеоСаҡырыу" ҙур һөнәри майҙансыҡ. Бында үҙеңдең белемеңде тикшерергә, һәм иң мөһиме — эш биреүселәр менән танышырға мөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни һәм спорт программаһы, экскурсиялар ойошторола. Шулай уҡ, Көньяҡ Уралдың тәбиғәт һәм геологик объекттарына экскурсиялар әҙерләнә. Чемпионатты асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов, йәштәрҙең профессиональ үҫеше өсөн чемпионаттың әһәмиәтле булыуын билдәләне.

Ҡатнашыусыларҙы 12 төр буйынса һынауҙар көтә, шул иҫәптән минералогия, палеонтология, геохимия, нефть һәм газ эше, геологик маршрут һәм башҡалар.Быйыл еңеү өсөн бөтәһе өс йөҙгә яҡын студент көс һынаша. Рәсәйҙең ун туғыҙ төбәгенән һәм сит илдән ун өс команда сығыш яһай.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас