Ауыл уттары
+20 °С
Облачно

Фестивалде дауам итеүселәр – матрайҙар

Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының һәр сығышы үҙ коллективтарының ғына түгел, ә үҙе йәшәгән ауыл биләмәһенең дә йөҙөн күрһәткәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Был йәһәттән районыбыҙҙағы күп кенә сәнғәт коллективтары үҙ ауылдарының намыҫын лайыҡлы яҡлай ала, тип ғорурлыҡ менән әйтергә мөмкин. Ҡашҡар, Үрге Ғәле, Яманһаҙ ауыл биләмәләренең сәхнә оҫталары, мәҫәлән, район тамашасыларының һөйөүен күптән яулап алғандар. Ә Юлдыбай һәм Матрай мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистарын район сәхнәһенең «йөҙөк ҡашы» тип әйтергә тулы хоҡуҡ бар.

Фестивалде дауам итеүселәр – матрайҙарФестивалде дауам итеүселәр – матрайҙар
Фестивалде дауам итеүселәр – матрайҙар

Йома көн кис район мәҙәниәт йорто сәхнәһен тулыһынса Матрай ауылының халыҡ таланттары биләне. Беҙ бер өйҙән район фестиваль-конкурсы сиктәрендә әҙерләнгән концерт программаһы ике сәғәт буйына Йылайыр тамашасыларын илаһи моңға күмде, иң дәртле бейеүҙәре менән арбаны. Зилә Эрзина менән Нәйлә Назарова башҡарыуында мари халыҡ бейеүе, «Колхоз йәштәре», «Ураҡсылар», «Гөлнәзирә», «Беләҙегем йөҙөгөм», «Өс бүкән», «Илдең ҡото ер менән» күмәк бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Ғүмәр Ҡашҡаров, Гөлназ Арҫланова, «Тракторсылар», «Ауыл егеттәре» триоһы менән сығыш яһаған Руслан Йәрмөхәмәтов, Илшат Насыров, Азамат Монасипов менән Урал Аҡҡужиндың оҫта бейеүселәр икәнлегенә тағы бер ҡат инанды. Ә инде ейән-ейәнсәрҙәре менән сығыш яһаған Үтәштовтар ғаиләһенең сығышын тамашасылар яратып ҡабул итте. Сәхнә түренән ир-егеттәр, «Түңгәүер», «Серҙәштәр» вокал ансамблдәре башҡарған дәртле йырҙар, Венера Амакасова менән Илшат Насыров, Миңнур Хөсәйенова, Юлдаш Ғәләүетдинов, Нурғәле Ураҡов, Г.Искәндәров, А.Мәғзүмов башҡарыуындағы «Күпме биргән ғүмерҙе», «Яратыу» кеүек йырҙар күңелдәрҙе елкендерҙе. Азамат Монасипов менән Наил Мәҡсүтов башҡарыуында сихри ҡурай моңдары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Концерт башынан алып аҙағынса дәртле һәм күтәренке рухта барҙы. Бай йөкмәткеле концерт «Матрайым» йыры менән тамамланды.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас