Шунда тупһанан төшөп барған Айбулаттың:
– Бына Оло һуғыштың тағы бер һалдаты өйөнә ҡайтты, – тигәне ишетелде.
– Еңеүселәр сафына баҫып ҡайтты, Айбулат туған, – тине Өфө ҡунағы.
Фәрхинур ҡабат өҫтәл янына килеп ултырҙы. Үҙе һаман алдындағы фотонан айырыла алманы... Нурулланың ҡарашы тыныс, унда ҡурҡыу ҙа, нәфрәт тә юҡ, һынмаған ихтыяр бар ҙа, үлемесле арыу. Һағындырған, ҡайһылай ҙа һағындырған...
“Бына ҡайттың, йөрәккәйем. Һинең ни рәүешле ҡайтып килереңде нисәмә төрлөләр итеп күҙ алдыма килтермәнем мин”.
Көтөүҙән бер ваҡытта ла туҡтаманы Фәрхинур. Ел килеп тәҙрә ҡаҡҡан мәлдә лә һиҫкәнеп ҡолаҡ һалыр ине. Ә һуғыш бөтөп, фронтовиктар күпләп ҡайта башлағас, бөтөнләй йоҡоһо ҡасты. Ул йыл ташҡын яман булды, йылға аша һалынған күперҙе ағыҙып алып киткәс, сәсеү бөткәнсе – яңы күпер һалырға ҡул тейгәнсе – ике ярҙы тоташтырып кәмә генә йөрөнө. Төнгә ҡалған юлаусы арғы ярға килә лә һөрәнләй: “Кәмә сығарығыҙ!”
Шундай мәлдә торор ҙа йүгерер ине Фәрхинур. Ҡайтҡан кеше ире булмағанда ла үҙенә күңелен төшөрөргә ирек бирмәне: шул тиклем зарығып көткән саҡта барыбер яуап булыр кеүек ине. Бына бит, алтмыш дүрт йылдан булһа ла хәбәре килде.
Ә бит хәбәр килтергән егеттәрҙән хат һорап ултырыуы ла буштан түгел ине Фәрхинурҙың.
Аръяҡ урам Зөлмирәгә 1964 йылдың көҙөндә Канаданан хат килеп төштө. Ҡырҡ өсөнсө йылда хәбәрһеҙ юғалған иренән. Һуғышта ирҙәрен, улдарын, атайҙарын юғалтҡандарҙы, ә ауылда юғалтыуһыҙ берәй өй ҡалғайнымы һуң? – барыһының да өмөттәрен кәрәсин һипкәндәй ләүкетеп ебәргән хәл булды был. Йәнен һаҡлап ҡалһа ла иленән яҙған был бисара хатында үҙенең әсиргә төшкәнен, бер немец байында ялсы булып эшләгәнен, һуғыштан һуң хужалары менән бергә Латин Америкаһына китеп барғанын, илдән-илгә йөрөй торғас ҡаты һыуыҡтары менән беҙҙең яҡтарға тартым Канадаға барып төпләнгәнен, сит яҡтарҙа ауылын, һөйөклө ҡатынын, ғәзиз улдарын һағынып йәшәгәнен яҙғайны.
Хәләлен күрергә хыялланыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамаған Фәрхинурға был етә ҡалды. Зөлмирәнең ҡыуанысы үҙенә лә йоҡҡандай ҡанатланып йөрөнө. Хатта икәүләшеп мәктәпкә география уҡытыусыһына барып, глобуста Канаданың ҡайһы тирәләрәк икәнен күреп ҡайтҡандары хәтерендә.
“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы”, – тип көйләй-көйләй атлап килгәндә, Зөлмирәнең:
– Һуғышҡа киткәнендә тал сыбыҡтай ҡалған бисәһенең хәҙер тумар умарта һымаҡ булып йыуанайғанын күреп күңеле ҡайтмаҫ микән? – тип шып туҡтағаны, Фәрхинурҙың:
– Йылдар уны аяған тиһеңме? Шуның сама ғазаптар кисергән кеше бит ул, – тигәне... Бәхет көтөүҙән бәхетле булынған инде. Әммә Канада яҡтарынан башҡа хәбәр булманы. Шулай ҙа был тормоштоң әллә ниндәй әкиәттәреңдән мөғжизәлерәк булыуына ышаныс ҡалдырғайны был хат. Хәйер, Нуруллаһының йәнен һаҡлар өсөн илен ташлап йөрөй торған кеше түгеллеген белә ине бит ул. Шулай ҙа бәләкәс кенә өмөткә лә сытырман йәбешкән инде.
Хыял менән йәшәлгән. Хыял менән таңдар аттырылған, хыял солғанышында көндәр үткән. Нурулла менән Фәрхинур өс йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ бергә йәшәп ҡалғайны бит. Ҡабат-ҡабат, бармаҡтарын бөкләй-бөкләй әллә нисәшәр мәртәбә барлаған инде ул бәхетле мәлдәрҙе Фәрхинур. Тик, тәрәндәнерәк уйлап ҡараһаң, ул киткәндән һуң үткән алтмыш дүрт йылдың ҡайһы көнөн унһыҙ үткәрҙе һуң? Эске донъяһында бер генә минутҡа ла янынан ебәрмәне бит ул Нуруллаһын. Иң ас йылдарҙа ла ҡаҙанға уның өсөн дә өлөш һалды, өҫтәл артында уның өсөн урын ҡалдырҙы. “Атайыңдың урынына ултырмағыҙ”, – тиер ине балаларына. Шуның өсөн ҡарында ҡалған малайы ла, атаһы бына-бына ҡайтып инер кеүек күреп, атайлы балалар һымаҡ үҫте.
Өмөткә һис өмөт ҡалмағанда ла өмөтләнгән. Ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп барған. Күңел көмбәҙенән һис кенә лә ебәрмәгән. Әле лә мейес буйындағы урындыҡҡа барып, кирбес йылыһына арҡа терәп ятты ла төн ҡараңғылығына төбәлеп ғәҙәти әңгәмәһен башланы:
“Иҫеңдәме, Нурулла?”
* * *
Нурулла йылғыларҙы һуғыш башланғандың тәүге аҙнаһында уҡ алдылар. Фәрхинур икенсе балаһына йөклө ине. Етешеп бөткәйне. Әллә нишләп ныҡ ауыр йөрөнө. Шуға хатта ике йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙҙарын да мунсала Нурулла йыуындырып биргәс, төрөп алып ҡына ҡайтып китте. Кискеһен дә башы мендәргә тейеү менән таңға тиклем йоҡлаған. Уянып китеүгә иренең күҙҙәре менән осрашты: терһәгенә таянған да уға төбәлгән.
– Йоҡлағанда һин үҙең сабый кеүекһең. Кем һине ике бала әсәһе, тиһен инде. – Шулай тигән булды ла һөйәлләнеп бөткән ҡытыршы бармаҡтары менән уның битенән һыйпаны.
Шул төндө алйот кеүек йоҡлап үткәргәненә ғүмере буйы үҙен-үҙе һүкте Фәрхинур. Наҙынан тыйылғанына ла үкенде, илай-илай үкенер ине. Ә ул саҡта “һуңғы” тигән уй башҡа ла инеп сыҡмаған инде. Йәш тә булынған, ун туғыҙы яңы тулған кешенән нимә көтәһең? Ул йәштә үлем хаҡында уйлайһыңмы ни, тормошоң шундай матур булып яңы башланып торғанда.
Ярай станцияға тиклем оҙатып барырға башы еткән. Бөгөнгөләй күҙ алдында, вагондарға тейәлергә бойороҡ көтәләр. Эргәлә ғәм халыҡ диңгеҙ кеүек сайҡала. Гармун уйнаған, йырлаған ҡайҙа, йөрәкһенгән кешеләр, беренсе донъя һуғышын, граждандар һуғышын үткән ҡарттар, үҙҙәрен дә, яугирҙәрҙе лә ҡупайтып ебәргән була: беҙ туҡмамаған нимесме ни ул, йәнәһе.
Ә улар ғүмере был ҡәҙәре кеше күргәндәре булмағас, бер ни тиклем ҡаушай төшөп, уҡыусы балалар кеүек ҡулға-ҡул тотошҡан булғандар ҙа торалар. Эй, ҡуйһаңсы инде: шунда кешегә текләп торғансы иренә бер туйғансы ҡарап ҡалһасы Фәрхинур!
Әйтер һүҙҙәр ҡат-ҡат әйтелгән.
– Балаларҙы һаҡла, Хайран. – Әйләндергән була ла шулай ти Нурулла.
Ә Фәрхинур һаман “берәй нәмәһе онотолоп ҡалмағанмы” тип барлай.
– Йөн носкиҙарыңды юғалтып китмә. Аяғың өшөмәһә, бирешмәҫһең, – тигән була. Иренең йыш ҡына тамағы шешеп йонсой шул. – Йәл, бер генә пар булды.
– Һыуыҡтар төшкәнсе ҡалмабыҙ ул, – ти Нурулла. – Утынығыҙ ҙа аҙ. Ҡар ятҡансы ҡайтып булынһа.
“Әгәр иртәгә һуғыш булһа” тигән йырҙы йырлап йәшәгән бөтөн халыҡтың ҡуҙғалғанын үҙ күҙҙәре менән күреп торғас, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылмаҫына ышаныстары ныҡ: бына-бына әйләнеп тә ҡайтырҙар. Тик бөтә кеше лә улай тип уйламай, ахыры.
Эргәләрендә генә күрше ауыл ҡыҙы Маруся егетен оҙата. Анда-һанда уйындарҙа, байрамдарҙа осраша торғандар ине. Николайы оҫта гармунсы килеп тороп.
“Коленька, – тип һамаҡлай күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөткән Маруся, – мин һине үлә яҙып, үләләр яҙып яратам!” – Николайҙың муйынына аҫылынып, киң күкрәгенә башын сүкеп-сүкеп илай.
“Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә” тигәндәй, сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында ныҡып үҫтерелгәс, Фәрхинурға кеше тойғоларының яланғаслығына шаһит булыуҙарынан уңайһыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңелгә шом оялай: әллә Маруся ҡайғы-хәсрәтте алдан һиҙенә микән?
Төрлөһөн уйлап, һушы китеп торғанында, зиһенендә йәшен кеүек ялтлап китә: өс йылдан ашыу түшәк уртаҡлашып, атай-әсәй булып, бер-береһенә, исмаһам, бер генә тапҡыр ҙа “яратам” тип әйткәндәре булмаған икән дә... Әйтеү генә түгел, әйтергә кәрәк икәне, улайтыптар ҡысҡырып, ауыҙ тултырып, үҙәктәрҙе өҙҙөрөп “яратам” тип әйтеп булғаны башына инеп тә сыҡмаған.
Хәләленә һирпелеп ҡараны ла уйынан уҡ ҡыҙарынды. Шулай ҙа:
– Нурулла, – тине.
– Әү, Хайран! – тине ире. Тауышындағы наҙынан быуындары иреп төштө Фәрхинурҙың. Ә Нурулла әйтеп тә өлгөрҙө, бер көслө тауыш: “По вагонам!” – тип һөрәнләп ебәрҙе. Китте ығы-зығы, ҡым-ҡырыз, шау-шыу...
Ә Фәрхинур, иренең еңенә сытырман йәбешкән дә, ебәрә алмай. Аңы менән төшөнә лә, бармаҡтары тыңламай. Ә Нуруллаһы инде яртылаш ҡына бында, яртылаш юлға ҡайырылған... Үҙәктәрҙе өҙөп, аяу менән ҡараны ла, көс менән ҡатынының бармаҡтарын яҙып, ысҡынып йүгерҙе, аяҡтары алда, күҙе һаман Фәрхинурҙа... Тейәлеп тә өлгөрҙөләр, алып та киттеләр. Ғәм халыҡ перрон буйлап йүгерешә, ҡайҙа унда үҙеңдекен табыу...
“Йөрәккенәм, шунда бер-беребеҙҙе һуңғы тапҡыр күргәнебеҙҙе белһәк, нимә эшләгән булыр инек икән?! – тип уйлай Фәрхинур.
“Хат еткән ерҙән хат менән, йыр еткән ерҙән йыр менән, уй еткән ерҙән уй менән хәлемде белгертеп торормон. Хәбәрем килмәгәндә лә бөтөрөнмә, өмөтөңдө өҙмә – бында мәхшәр”, – тип һуғышҡа инер алдынан ебәргән берҙән-бер хатынан һуң ләм-мим.
“Ғүмер буйы үҙемде әрләйем. Шунда поезд артынан йүгереп: “Мин һине яратам, Нурулла!” – тип һөрәнләгән булһам, бәлки, яҙмыш икебеҙгә лә аяулыраҡ булмаҫ инеме икән?”
Шулай йылдар буйы йөрәген өйкәгән һорауын әйләндерә лә ҡабатлай, әйләндерә лә...
Ә Марусяның Николайы ҡайтты бит! Өс йылдан ашыу ут эсендә йөрөп, үлем ҡағыҙы килгәндән һуң ярты йыл үткәс ҡайтып төштө. Был хәбәрҙе ишетеү менән йүгереп барҙы Фәрхинур. Кемдең ҡайтҡанын ишетһә лә, күрше ауылмы, аша ауылмы, яҡын арамы, алыҫмы, йүгерә лә китә торғайны: “Нурулланы осратманығыҙмы? Уның тураһында берәй нәмә ишетмәнегеҙме?”
Ул ни тигән хәбәрһеҙ юғалыу? Төшөп ҡалған бер мәшәүме һуң ул? Баҫҡан урынында ут сәсеп торған ир-егет тә баһа!
Бала булған инде... Һуғыштың ғәрәсәтен башына ла һыйҙыра алмаған.