Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март 2022, 20:12

БИШ МЕҢЛЕКТӘРҘЕ ЯҺАУ ЕҢЕЛЕРӘКМЕ ИКӘН ӘЛЛӘ?

Башҡортостанда асыҡланған ялған аҡсаларҙың 90 процентын 5 меңлектәр тәшкил итә 2021 йылда республикала 622 ялған аҡса асыҡланған. Уларҙың күпселеген 5 меңлектәр тәшкил итә. Икенсе урында...

БИШ МЕҢЛЕКТӘРҘЕ ЯҺАУ ЕҢЕЛЕРӘКМЕ ИКӘН ӘЛЛӘ?
БИШ МЕҢЛЕКТӘРҘЕ ЯҺАУ ЕҢЕЛЕРӘКМЕ ИКӘН ӘЛЛӘ?

меңлектәр тәшкил итә. Икенсе урында...

...1000 һумлыҡтар килә – бындай дәүмәлдәге ялған купюралар 18 дана тәшкил иткән. Законһыҙ әйләнештән шулай уҡ ун дүрт – 100 һумлыҡ, ете – 2000 һумлыҡ һәм биш 500 һумлыҡ ялған аҡса алынған.

Тотош Рәсәй буйынса ла хәл уртаса шул кимәлдә. Былтыр ил буйынса бөтәһе 36600 ялған аҡса асыҡланһа, шуларҙың 27900-өн биш меңлектәр тәшкил иткән, ҡалғаны 1000 һәм 2000 һумлыҡ купюралар.

Аҡсаның ысын икәнлеген нисек асыҡлар булыуы тураһында тулы мәғлүмәт Рәсәй Банкы сайтында һәм «Банкноты Банка России» тигән мобиль ҡушымтала бирелгән.

Әйткәндәй, балалар ялған аҡсаларҙы танырға өйрәнһен өсөн Рәсәй Банкы уларға «Космический детектив: тайна семи банкнот» тигән уйын уйлап сығарған. Уйынды “Финансовая культура” сайтында онлайн формала, йәки компьютерға күсереп алып уйнарға мөмкин.

Фото: kommunarmelenki.ru

Сығанаҡ: https://cbr.ru/press/regevent/?id=10797

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: