Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2023, 14:47

Сибай - Подольск - Новорудная тимер юлы төҙөлә

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры Рөстәм Моратов «Сибай - Подольск - Новорудная» тимер юлын төҙөү буйынса төбәк инвестиция проекты менән таныштырҙы.

Сибай - Подольск - Новорудная тимер юлы төҙөлә
Сибай - Подольск - Новорудная тимер юлы төҙөлә

Күптән түгел Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Рәсәй төбәктәренең иҡтисад министрҙары менән беренсе координация кәңәшмәһе булды.

Кәңәшмә алдынан Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмә экспозицияһында перспективалы инвестиция проекттары менән танышты. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева республиканың экспорт ҡеүәте, хәҙер төбәктең Яҡын Көнсығыш һәм Азия илдәрендә яңы һатыу баҙарҙарын әүҙем үҙләштереүе хаҡында һөйләне.Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылда республика экспорт күләмен 150 миллион һумға арттырған. Һуңғы ике йылда тышҡы сауҙа әйләнеше 40% артҡан.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры Рөстәм Моратов «Сибай - Подольск - Новорудная» тимер юлын төҙөү буйынса төбәк инвестиция проекты менән таныштырҙы.

Яңы тимер юлы Силәбе тимер юл узелын бушатасаҡ һәм Ҡаҙағстанға юлды 250 километрға ҡыҫҡартасаҡ, йылына 14 миллион тоннаға тиклем йөк ташыуҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ. Йөк һәм пассажирҙар ағымын арттырыуҙан тыш, ул эшкәртеүсе предприятиеларҙы баҡыр-цинк рудаһы запастары булған үҙенсәлекле ятҡылыҡтар менән бәйләргә мөмкинлек бирәсәк. Проекттың яҡынса хаҡы - 72 миллиард һумдан ашыу, инвестицияларҙың дөйөм күләме - 116 миллиард һум. Проектлауға һәм төҙөүгә яҡынса 9 йыл ваҡыт китәсәк. Проектлау эштәре киләһе йылда башлана.

Бер стендта Максим Решетников Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң ниндәй этапҡа килеп етеүе менән ҡыҙыҡһынды. Эштәр тамамланыуға табан бара, 2024 йылдың ғинуарында Көнсығыш сығыу юлында автомобилдәр хәрәкәтен асыу планлаштырыла, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: