Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Февраль , 08:55

Өйҙә һыуыҡ булһа, нимә эшләргә?

Әгәр һауа температураһы нормаға тап килмәһә, нисек хәл итергә?

Өйҙә һыуыҡ булһа, нимә эшләргә?
Өйҙә һыуыҡ булһа, нимә эшләргә?

Торлаҡ биналарға йылылыҡ тәүлек әйләнәһенә һәм өҙлөкһөҙ бирелергә тейеш. Һауа температураһы түбәндәге нормативтарға тап килергә тейеш:
— торлаҡ биналарҙа - +18 градустан, мөйөштәге бүлмәләрҙә +20° градустан түбән булмаҫҡа тейеш;
— биш көнлөк температура -31 градус һәм унан түбәнерәк булған райондарҙа – торлаҡ биналарҙа + 20 градустан, мөйөштәге бүлмәләрҙә +22° градустан түбән булмаҫҡа тейеш;

Һауа температураһын нисек дөрөҫ үлсәргә:
1. Һауа температураһын майҙаны буйынса иң ҙур торлаҡ бүлмәлә үлсәгеҙ.
2. Температураны бүлмә уртаһында иҙәндән метр өҫтә үлсәргә кәрәк.

Әгәр һауа температураһы нормаға тап килмәһә:

- Идара итеүсе ойошмағыҙҙың авария-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Телефон һандарын килешеүҙә, квитанцияла йәки подъездағы иғлан таҡтаһында табырға мөмкин. Тикшереү мөрәжәғәтте алғандан һуң 2 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса тәғәйенләнергә тейеш. Әгәр ваҡытын һөйләшеп килешһәгеҙ, тикшереүҙе һуңыраҡ үткәрергә лә мөмкиндәр.

- Әгәр авария-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә алмаһағыҙ, үҙегеҙ тикшереү акты төҙөгөҙ. Актҡа кәм тигәндә ике ҡулланыусы һәм күп фатирлы йорт советы рәйесе ҡул ҡуйырға тейеш.

- Идара итеүсе компания тикшереү акты нигеҙендә ҡайтанан иҫәпләү үткәреүҙән баш тартһа һәм боҙоҡлоҡто йүнәтмәһә, Башҡортостан Республикаһы буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына ғариза һәм закон боҙоуҙы раҫлаған документ менән мөрәжәғәт итегеҙ.

📞 Атап үтелгән дәүләт комитетының белешмә хеҙмәте телефоны: +7 (347) 294-94-00.

ИСТОЧНИК: #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: