Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Февраль , 10:17

Рәсәй президенты бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа табиптарға түләүҙәр күләмен арттырырға ҡушты

Күпмегә артыр?

Рәсәй президенты Владимир путин хөкүмәткә икенсе киләсәк технологиялар форумының пленар ултырышында сығыш яһағанда бер нисә йөкләмә бирҙе. Дәүләт башлығы 1 марттан бәләкәй ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә һәм ауылдарҙа табиптарға түләүҙәр күләмен арттырырға тәҡдим итте. Ул иң кәрәкле йүнәлештәр буйынса табиптарға, шулай уҡ район һәм участка дауаханалары хеҙмәткәрҙәренә айырым иғтибар биреүҙе һораны.

50 меңдән 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа табиптар өҫтәмә рәүештә база эш хаҡынан тыш 29 мең һум, уртаса медицина персоналы 13 мең һум аласаҡ. 50 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа бындай махсус түләүҙәр юғарыраҡ буласаҡ, атап әйткәндә: ай һайын эш хаҡына табиптар — 50 мең һум, урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре 30 мең һум аласаҡ.

Владимир путин хөкүмәткә тейешле хоҡуҡи базаны әҙерләү буйынса эште тамамларға ҡушты.1 апрелдән медицина хеҙмәткәрҙәре март өсөн арттырылған түләүҙәр ала башлаһын өсөн. 1 апрелдән төбәктәр медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡының оклад өлөшөн 50 процентҡа тиклем арттырырға, шул уҡ ваҡытта өҫтәмә түләүҙәрҙе һаҡлап ҡалырға тейеш.

РФ хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, президент йыл һайын инновацион медицина технологияларын эшләүгә йүнәлтелгән бюджет средстволары күләмен арттырырға тәҡдим итте. Медицина фәненә айырым иғтибар бүлергә кәрәк тикшеренеү эшмәкәрлеген практик медицина менән берләштергән учреждениеларға ярҙам итергә кәрәк.

Милли медицина тикшеренеү үҙәктәре селтәрен киңәйтеү, уларҙың башҡа тикшеренеү институттары менән үҙ-ара эш итеүен көсәйтеү тәҡдиме яңғырай. Кәрәк булғанда федераль медицина һәм ғилми учреждениеларҙың матди-техник базаһын яңыртырға.Владимир путин хөкүмәткә 2024 йылдың аҙағына тиклем һаулыҡты һаҡлауҙың заманса технологияларын үҫтереү буйынса милли проектты башларға ҡушты.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: