Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль , 11:26

Берҙәм балалар пособиеһына ғариза бирер алдынан быларҙы белергә кәрәк

Нимә иҫәпкә алына, ә нимә юҡ?

Яңы торлаҡ һатып алғанда, берҙәм пособиеға ғариза бирергә планлаштырһағыҙ, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

Берҙәм пособие бер йылға тәғәйенләнә. Билдәләнгән осорҙа тәғәйенләү яңынан ҡаралмай. Тәғәйенләнгәндән һуң ғариза ҡабаттан тапшырылһа, килемгә һәм мөлкәткә комплекслы баһа бирелә.

Әгәр милкегеҙҙә бер нисә фатир булһа, мохтажлыҡты баһалағанда һәр ғаилә ағзаһына нисә квадрат метр торлаҡ тура килеүен тикшерәләр. Бер кешегә норма 24 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш. Йортҡа килгәндә - ғаиләнең һәр ағзаһына 40 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://sfr.gov.ru/grazhdanam/edinoe_posobie/ocenka/

Мөлкәт иҫәпкә алына:

- ғариза яҙыусыныҡы - йөклө әсә, ата-әсә, опекун йәки попечитель;

- ғариза яҙыусының хәләл ефете йәки тормош иптәшенеке;

- 18 йәшкәсә балаларҙыҡы;

- әгәр улар көндөҙгө бүлектә уҡый икән, 23 йәшкәсә балаларҙыҡы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-08-23/y-atyp-al-a-y-balalar-posobie-y-a-lanamy-3399996 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: