Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь , 11:21

Путин Рәсәй Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы

«2024 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем 18-30 йәшлек Рәсәй граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға, йәмғеһе 133 000 кеше», — тиелә документта.

Рәсәй Президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырыу кампанияһы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, илдә 133 мең кеше саҡырыла.

«2024 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем 18-30 йәшлек Рәсәй граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға, йәмғеһе 133 000 кеше», — тиелә документта.

Әйткәндәй, быйыл йәй республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында уҙған һәм ағымдағы саҡырылыш саралары махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле булмауын билдәләгәйне.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-30/vladimir-putin-podpisal-ukaz-ob-osennem-prizyve-v-vs-rf-3950615 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: