Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь , 09:05

Һабыр мәктәбенә – яңы автобус

3 декабрь көнө Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Туймазы ҡалаһы Сулпан-2 биҫтәһе мәктәбенең автобусы булмауы хаҡында һорау булды. Радий Фәрит улы был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Бындай һорауҙар беҙҙең районда юҡ тип билдәләге килә. Ошо көндәрҙә Һабыр ауылы мәктәбе яңы автобус алып һөйөндө.

Һабыр мәктәбенә – яңы автобус
Һабыр мәктәбенә – яңы автобус

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев мәктәп директорҙарына төрлө маркалығы 50 яңы мәктәп автобусы асҡыстары тапшырҙы.
– Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларында күп балалар өсөн иртәләр мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана. Уларҙың заманса уңайлыҡтары булған автобустарҙа йөрөүе, ата-әсәләрҙең балалары именлеге өсөн борсолмауы мөһим. Водителдәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Уларҙың эш шарттарын артабан да яҡшыртырға тырышасаҡбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың сәфәре уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип белдерә үҙ сығыштарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.


3 декабрь көнө Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Туймазы ҡалаһы Сулпан-2 биҫтәһе мәктәбенең автобусы булмауы хаҡында һорау булды. Радий Фәрит улы был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Бындай һорауҙар беҙҙең районда юҡ тип билдәләге килә. Ошо көндәрҙә Һабыр ауылы мәктәбе яңы автобус алып һөйөндө.
Яңы автобустар балаларҙы хәүефһеҙ алып йөрөү өсөн кәрәкле бөтә әйбер менән йыһазландырылған, бөтә техник талаптарға яуап бирә. Хәүефһеҙлек ҡайыштары, тиҙлекте сикләү ҡоролмаһы һәм башҡалар бар. Бынан тыш, автобустар тахограф һәм ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS навигация-элемтә ҡорамалдары менән йыһазландырылған.


Һабыр белем биреү мәктәбенә Ҡаҙырша, Ашҡаҙар ауылдарынан бөтәһе 9 уҡыусы йөрөп белем ала һәм бер бала балалар баҡсаһына килә. Күп кеше һыйҙырышлы яңы автобус уҡыусыларҙы мәктәпкә үҙ ваҡытында йөрөтөү һәм төрлө район сараларында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итәсәк. Был автобус мәктәп уҡыусыларына яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамына ҙур бүләк булды.


– Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, район башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, мәғариф бүлеге етәксеһе Алсу Салауат ҡыҙы Амакасова, Һабыр мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары исеменән ҙур рәхмәттәремде еткерәм һәм ауыр, яуаплы эшендә еңеллек, уңыштар, һаулыҡ теләп ҡалам, – тип изге теләктәре менән уртаҡлашты Һабыр урта мәктәбе директоры Асия Әхтәрей ҡыҙы Хазиева.
Мәктәптәр, үҫеп килеүсе быуын тураһында хәстәрлек күргән республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдерәбеҙ. Ә уҡыусыларға тик уңыштар юлдаш булһын.
Белешмә: Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә бөгөн 2638 ауыл биләмәһендәге 876 мәктәптән 52 меңдән ашыу уҡыусыны уҡыу урынына алып барыу һәм кире алып ҡайтыу өсөн 1523 мәктәп автобусы файҙаланыла. Республика мәктәп автобустары федераль ярҙам ярҙамында ғына түгел, төбәк иҫәбенә лә һатып алына. Һуңғы биш йылда шулай итеп 253 транспорт берәмеге һатып алынған.


Фото Йылайыр Администрацияһының “Бәйләнештә” битләүенән алынды.
Фотола: Һабыр мәктәбе директоры Асия Әхтәрей ҡыҙы Хазиева һәм Һабыр мәктәбе водителе Рәсүл Билалов.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: