Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
8 Февраль 2025, 08:30

Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко менән осрашыу

7 февралдә Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенконың осрашыуы булды. Яҡтар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү һәм нығытыу перспективаларын тикшерҙе.  

Александр Лукашенко билдәләүенсә, Белоруссия менән Башҡортостан араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған, бер нисә берлектәге технологик проект ғәмәлдә.

– Әммә, асыҡ әйткәндә, былтыр әйләнеште бер аҙ кәметтек (бәлки, статистика мәғлүмәтте бик теүәл бирмәйҙер). Тауар әйләнеше 5-6 процентҡа түбәнәйҙе, – тине Александр Лукашенко. – Быйыл тауар әйләнешен арттырырға һәм быға тиклемге 315-320 миллион доллар күрһәткесен уҙып китергә бурыслыбыҙ.

Белоруссия Президенты билдәләүенсә, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан менән эшләү уңайлы. Улар иҫәбендә – берлектә тракторҙар, троллейбустар, трамвайҙар һәм башҡа техника етештереү.

Александр Лукашенко шулай уҡ тауар әйләнешен артабан үҫтереү потенциалын юғары баһаланы, был осраҡта аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм еңел сәнәғәт изделиелары сегменты күҙ уңында тотола.

– Башҡортостан – беҙҙең өсөн Рәсәйҙең бик мөһим төбәге, уның менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Беренсенән, ул бик үҫешкән, алдынғы. Икенсенән, был Рәсәйҙең Европа биләмәһендәге үҙәге һәм, әгәр һеҙҙә эшләйбеҙ икән, күрше төбәктәрҙә лә эшләйәсәкбеҙ, тип иҫәпләргә мөмкин. Әгәр ниндәйҙер мәсьәләләр буйынса килешһәк, беҙҙең үҙ йөкләмәләребеҙҙе мотлаҡ үтәребеҙҙә шикләнмәгеҙ, – тине Александр Лукашенко.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров делегацияны йылы ҡабул итеүҙәре өсөн Белоруссия Президентына рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ дәүләт етәксеһен 2025 йылдың ғинуарында үткән һайлауҙарҙа еңеүе менән ҡотланы.

– Был бик мөһим ваҡиға, тип иҫәпләйбеҙ – Белоруссия өсөн генә түгел, ә дөйөм алғанда ике дәүләтебеҙ өсөн дә, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе киң йүнәлештәр буйынса ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең әһәмиәте юғары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙҙең өсөн Беларусь – тышҡы иҡтисади партнёр ғына түгел. Был беҙҙең өсөн туғандаш республика. Был хаҡта һәр саҡ әйтеп киләбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙҙең менән 2021 йылдың ҡышында осрашҡайныҡ. Ошо ваҡыт арауығында тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек, Белоруссияның идара итеү командаһы менән таныштыҡ. Беҙ бер-беребеҙҙе тулыһынса аңлап эш итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан Белоруссиянан импортты йыл һайын арттыра, был эште дауам итәсәкбеҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас