Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Иҡтисад
29 Июля 2025, 09:47

27 093 һум буласаҡ

Рәсәй халҡы өсөн шәп яңылыҡ.

2026 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 20,7% артып, 27 093 һум тәшкил итергә тейеш. Был хаҡта Рәсәйҙең хеҙмәт министрлығы сайтына һылтанма менән Башҡортостандың хеҙмәт министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

«Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 31 156, 95 һум. Бюджетты формалаштырғанда был һан бөтәһе өсөн дә бик мөһим», — тип билдәләне министр.

2026 йылда МРОТ-ты 20,7% арттырыу тураһында закон проекты Рәсәйҙең хеҙмәт министрлығы сайтында баҫылған. Хөкүмәт йыл һайын федераль ҡануниәт нормаларын иҫәпкә алып минималь эш хаҡы күләмен билдәләй. Уның буйынса минималь хеҙмәт хаҡы күләме былтырғы уртаса эш хаҡының 48% кәм булмаҫҡа тейеш.

Әле МРОТ 22 440 һум тәшкил итә һәм илдә 4,6 миллион кешегә ҡағыла. Башҡортостанда иһә минималь хеҙмәт хаҡы район коэффициенты (15%) менән бергә 25 806 һум, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

2000 йылдан башлап МРОТ 26 тапҡыр арттырылды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-07-28/mrot-v-rossii-v-2026-godu-uvelichitsya-do-27093-rubley-4329961 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас