Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2025, 11:11

Тағы хаҡтар артты...

Аҙна һайынмы, әллә көн һайын...

Башҡортостандың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында йәнә яғыулыҡҡа хаҡ артҡан.

RussiaBase порталы мәғлүмәттәре буйынса, «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 58 һум тәшкил итә (+0,26%). АИ-92+ бензины 59,30 һум тора (+0,25%), АИ-95+ иһә 63,05 һум (+0,16%). Дизель яғыулығына хаҡ үҙгәрмәгән, уның да бер литры өсөн 69,4 һум түләргә кәрәк.

«Лукойл»да водителдәргә АИ-92 бензины 60,43 һумға (+0,5%) төшә. АИ-95 – 64,96 һум (+0,46%). АИ-100 – 88,68 һум (+1,37%). Солярканы 72,06 һумға һатып алырға мөмкин.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас