Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Октябрь 2025, 14:36

Башҡортостанда уртаса пенсия бер йылда 11,5% артҡан

Республика буйынса ул яҡынса 23 мең һум тәшкил иткән.

ЕМИСС мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 1 сентябренә Башҡортостанда уртаса пенсия 22 894 һум булған. 2024 йылдың 1 сентябренән сумма 11,5% артҡан.

Шул уҡ ваҡытта эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсияһы – 23 129 һум, эшләгәндәрҙең — 21 570 һум.

Башҡортостан буйынса Социаль фонд мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1,127 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй. Шуларҙың 262-һе — 100 йәште үткән, 17 меңе — 90-100 йәшлек, 90 меңдән ашыуы — 80 йәштән 90 йәшкә тиклем.

80 йәш тулғас, страховка пенсияһына түләү ике тапҡырға арттырыла һәм 17 815 һум була.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-10-27/v-bashkirii-srednyaya-pensiya-za-goda-vyrosla-na-11-5-4443053 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас