– Бина Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан. Мин асыҡ конкурс үткәрергә тәҡдим итер инем, – тине республика етәксеһе. – Бурыс шундай: иғтибарҙы йәлеп итеп торған матур бина төҙөргә. Эске яҡтан ремонт ҡына кәрәк, мине тәү сиратта фасадтар ҡыҙыҡһындыра. Яҡында ғына Совет майҙаны. Эстә 2 ресторан, 2 зал, китапхана бар. Кешеләр килһен өсөн тырышып эшләгеҙ.
Радий Хәбиров бинаның эсендә асыҡ музей йәки галерея эшләргә ҡушты.
– Был тарихи ваҡиға. Һеҙ иһә 55 йыл эсендә Актерҙар йортона килгән тәүге республика етәксеһе. Театралдар өсөн был оло әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров.