+1 °С
Болотло
29 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының юбилей миҙгеленең икенсе сирек финалын асыу тантанаһы була. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды - 10 миллион һум.
Сараның махсус ҡунаҡтары - башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, Сан-Франциско музыканты Джеймс Атлас. Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Мәҫәлән, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығыштары.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-07-26/v-ufe-na-skachkah-razygrayut-10-millionov-rubley-3358355