Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Апрель , 09:05

Бик шәп конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Еңеүселәр “Иң үҙенсәлекле текстлы һорау”, “Иң үҙенсәлекле видеоһорау”, “Төҙөлөш тарихы тураһында иң ҡыҙыҡлы һорау” номинациялары буйынса баһаланасаҡ.

Бик шәп конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Бик шәп конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Башҡортостан ҡыҙҙарын һәм малайҙарын йыл һайын үткәрелгән “Төҙөүсенән һора” тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Төҙөлөш һәм тармаҡ белгестәре тураһында һорау бирергә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был сара Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда 6 – 14 йәшлектәр ҡатнаша.

Конкурс “Мин – киләсәк төҙөүсеһе!” төҙөлөш белгестәрен популярлаштырыу проекты нигеҙендә үткәрелә һәм, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә Балалыҡтың ун йыллығы уңайынан үткәрелгән саралар планына индерелгән.

Маҡсаты – балалар, йәштәр араһында төҙөлөш белгестәре абруйын күтәреү. Конкурсҡа текст йәки видео форматындағы һорауҙар ҡабул ителә. Улар “Иң үҙенсәлекле текстлы һорау”, “Иң үҙенсәлекле видеоһорау”, “Төҙөлөш тарихы тураһында иң ҡыҙыҡлы һорау” номинациялары буйынса баһалана.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-02/orau-bir-m-e-e-yaula-3710723 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: