Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2024, 16:14

Мәңге яңғыраһын башҡорт моңо – оҙон көйҙәр!

Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсы булып үтте.  Районыбыҙ данын яҡлап был мәртәбәле сарала Йылайыр ауылының һәүәҫкәр йырсыһы – Нәжип Хөрмәт улы Ҡашҡаров үҙ көсөн һынаны.

Мәңге яңғыраһын башҡорт моңо – оҙон көйҙәр!
Мәңге яңғыраһын башҡорт моңо – оҙон көйҙәр!

Туймазыла «Оҙон көй» йыр конкурсын үткәреү йылдан-йыл популярлыҡ яулай килә. Бына инде нисә йылдар дауамында был бәйгелә Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан ғына түгел, хатта күрше өлкәлә йәшәүсе оҙон көй һуҙыусылар ҡатнашып килә.

–  Юғары ойоштороу кимәле менән айырылып торған быйылғы конкурста ла 70-кә яҡын ҡатнашыусы булды, – тип һүҙ башланы Нәжип Хөрмәт улы. – Үҙемә инде был конкурста өсөнсө мәртәбә ҡатнашырға насип булды. Бәйгегә барыуымдың төп маҡсаты – халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлауҙа үҙ өлөшөмдө индереү.

– Һауа торошоноң үҙгәреп, юл насарланып тороуына ҡарамаҫтан, туғыҙ сәғәт юл үтеп, имен генә барып еттек. Регистрация үткәндән һуң, бәйге башланып китте. Тәүге турҙа «Буранбай» һәм «Эскадрон» башҡорт халыҡ йырҙары менән уңышлы сығыш яһап, икенсе турға үттем, – тип шатлығы менән бүлеште беҙҙең әңгәмәсебеҙ. – Икенсе турҙа иһә иң яратҡан халыҡ йырҙарым - «Таштуғай» һәм «Кәмәлек»те  башҡарҙым. Ике көн дауамында барған бәйге еңеүселәрен билдәләү жюри ағзаларына бер ҙә еңелдән булмағандыр. Фестивалдең баһалама ағзалары составында Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеров та бар ине. Ниһайәт, оҙайлы һынауҙар аша үтеп, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй – 2024" бәйгеһенең иң маһир йырсыларының исемдәре билдәләнде. Ниндәйҙер юғары урын алыу теләге менән түгел, ә ихлас күңелемдән йырлаған башҡорт халыҡ йырҙарының иҫ киткес матурлығын, тәрән мәғәнәле, моңло, шул уҡ ваҡытта рухлы ла булыуын тамашасыға еткереү теләге ине миндә. Һөҙөмтәлә  –  «Оҙон көй - башҡорт башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм популярлаштырыу» номинацияһында диплом менән бүләкләнеләр.  Был саранан көс-дәрт, илһам алып ҡыуанып ҡайттым, – тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште беҙҙең яҡташыбыҙ.  – Форсаттан файҙаланып, Йылайыр районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Андрей Суховҡа, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Ирек Фәхретдин улы Мәҡсүтовҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Йылайыр районының таланттарға бай икәнлеге барыбыҙға ла билдәле, ә шулай ҙа республика кимәлендәге бына ошондай мәртәбәле сараларҙа беҙҙең һәүәҫкәрҙәребеҙ әүҙемерәк ҡатнашһын ине.  Конкурс-бәйгеләргә бер-бергә йөрөүе күңеллерәк тә булыр, күмәкләп районыбыҙҙың йыр-моң данын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрәйек, – тип изге теләктәрен еткерҙе Нәжип Хөрмәт улы.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: