Конкурс ике йәш категорияһында үтте. Бәйгене 12 йәшкә тиклемге һәм 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге Хәйбулла, Баймаҡ, Күгәрсен, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 7 ансамбль (70 ҡурайсы) һәм 35 яңғыҙ башҡарыусы ҡурай моңдарына сорнаны. Конкурс йомғаҡтары буйынса беҙҙең өлгөлө ҡурайсылар ансамбле икенсе урынға сыҡты.
Милли ҡурайыбыҙҙы һаҡлап, уның данын күтәреп йөрөгән яҡташларыбыҙға афарин! Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар, еңеүҙәрегеҙ күп булыуын теләйбеҙ!
Тарихтан...
Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов – арҙаҡлы ҡурайсы, халыҡ музыка ҡоралы – ҡурай эшләү оҫтаһы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Йырлы-моңло Йылайыр ерендә – данлыҡлы ҡурайсылар үҫтергән төбәктә тыуып үҫә Сәйфулла Дилмөхәмәтов. Артабанғы тормошон Хәйбулла районында ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә бағышлай, ул башҡарған эштәрҙе баһалап бөтөрөлөк түгел. Уның тынғыһыҙ хеҙмәт емеше булып ҡурайҙа уйнау оҫталығын быуындан-быуынға тапшырып, тотош ҡурайсылар династияһын булдырыуы тора. Сәйфулла Ишҡәле улы үҙ ҡулдары менән ҡурай эшләүе айырым бер хөрмәткә лайыҡ. Республикала һәм унан ситтә ул эшләгән нәзәҡәтлелеге һәм моңо менән айырылып торған ҡурай халыҡ һәм ҡурайсылар араһында киң попурярлыҡ яулай. Шуның өсөн уға 1987 йылда бөтә Союз халыҡ хужалығы уңыштары күргәҙмәһендә «Халыҡ инструменты – ҡурай эшләү оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.