Конкурстар
19 Мая 2025, 10:02

Республика фестиваленең төбәк этабы үтте

14 май көнө Белорет ҡалаһында «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең төбәк этабы үтте. Фестиваль ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән йыл һайын ойошторолоп килә һәм ул  быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Йыл да үткәрелеп килгән фестиваль өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, таланттарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола.

Республика фестиваленең төбәк этабы үттеРеспублика фестиваленең төбәк этабы үтте
Республика фестиваленең төбәк этабы үтте

Был көндө ҡала мәҙәниәт һарайында Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай, Межгорье ҡалаларының иң яҡшы үҙешмәкәр ижади коллективтары сығыш яһаны. Өлкән быуын вәкилдәре араһында үткәрелеп килгән фестивалдә быйыл беҙҙең район исеменән Яманһаҙ һәм Һултантимер ауылдары үҙешмәкәр артистары ҡатнашты. Камила Хәйризаманова менән Суфия Альберг башҡарыуында «Яҡын кешем» дуэты, Гөлдәр Хәбибуллинаның «Доға» йыры, шулай уҡ бейеүселәрҙең «Ҡыҙҙар – һалдаттар» бейеүе матур бер тамаша булды. Конкурс шарттарына ярашлы фестиваль илһөйәрлек, берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ рухын данлаған, фольклор һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырған йөкмәткеле концерт программаһы менән һоҡландырҙы.

Сығыштарҙы хөрмәтле һәм абруйлы сәнғәтебеҙ йондоҙҙары Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадырова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фестиваль гала-концертының баш режиссеры Лилиә Иванова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Юлсурина баһаланы.

Күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙың  бай мәҙәниәтен сағылдырған ветерандарҙың  сығышы фестивалгә килеүселәр өсөн матур тамаша булды, күңелдәренә дәрт, рух ныҡлығы өҫтәне.

«Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең йомғаҡлау Гала-концерты 30 сентябрҙә, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙасаҡ.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас