Конкурстар
3 Июнь 2025, 10:20

“Байыҡ”тан еңеү менән

1 июнь Өфө ҡалаһында уҙған "Байыҡ -2025" телевизион конкурсында «Ләйсән” өлгөлө бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты

“Байыҡ”тан еңеү менән“Байыҡ”тан еңеү менән
“Байыҡ”тан еңеү менән

1 июнь Өфө ҡалаһында уҙған "Байыҡ -2025" телевизион конкурсында «Ләйсән” өлгөлө бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты һәм  бик матур сығыш яһап, үҙҙәренең  йәш категорияһы араһында “Парлы ансамблдәр” номинацияһында  лайыҡлы 2-се урын алыуға өлгәште. Абруйлы жюри ағзалары хөкөмөнә “Ләйсән”дәр  “Ауылым урамдары” (етәкселәре Юлиә Сәғитова, Зилиә Мусина) бейеүен сығарҙы.

Шул уңайҙан, бөгөн балаларҙы һәм уларҙың остаздарын еңеүҙәре менән ҡотларға тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов менән район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев  балалар сәнғәт мәктәбенә килде.

  • Хөрмәтле бейеүселәр һәм уларҙың етәкселәре! Һеҙҙе Бейеү конкурсында ҡатнашып 2-се урын алыуығыҙ менән район хакимиәте башлығы Борис Николаевич һәм үҙемдең исемдән ҡайнар ҡотлайым, һеҙгә артабан да уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйем, -тигән теләктәрен еткерҙе Илшат Рәшит улы йәш таланттарға һәм хакимиәт башлығының татлы күстәнәсен тапшырҙы.

Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов та “Ләйсән”дәрҙе уңыштары менән ҡотланы, һаулыҡ, яңынан –яңы үрҙәр теләне.

 

“Байыҡ”тан еңеү менән
“Байыҡ”тан еңеү менән
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас