Конкурстар
9 Июль 2025, 05:16

Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм «Эксперт-диагностика лабораторияһы» үҙәге «Урал аръяғы йәштәре» проектын башланы.

Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!
Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!

Ошо проект сиктәрендә Бөтә Рәсәй йәштәр көнө алдынан Сибайҙа «МонФест» башҡорт автор йыры конкурсы үтте. Районыбыҙҙан Айзилә Солтанова һәм Бәхтиәр Ильясов ҡатнашып, юғары кимәлдә сығыш яһап Айзилә беренсе урынға, Бахтиәр икенсе урынға лайыҡ булды.


Был еңеүҙәр йәш артистарҙың һәләте һәм тырышлығы, башҡорт мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә тоғро булыуына асыҡ дәлиле. «МонФест» улар өсөн оҫталыҡтарын күрһәтеү һәм яңы ижади үрҙәрҙе яулау өсөн шәп майҙансыҡ булды. Уларҙың сығыштары жюри һәм тамашасыларҙың күңелен яуланы, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм районыбыҙҙа йырҙарҙы башҡарыу сәнғәтенең юғары кимәлен раҫланы.


Йыр-моңға бай булған, үҙҙәрен мәҙәниәт өлкәһендә яҡшы күрһәткән яҡташтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!
Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!
Конкурс еңеүселәре – үҙебеҙҙең йәштәр!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас