

Конкурс уҙған йыл Белорет ҡалаһында үткән бәйге еңеүсеһе Абдулла атлы малайҙың Изге Ҡөрьән аятын уҡыуҙан башланып китте. Һуңынан бәйгелә үҙенең көсөн һынап ҡарарға йөрьәт иткән балаларҙы Урал аръяғы имам-ахуны урынбаҫары Илфат хәҙрәт Юнысбаев, Йылайыр ауылы имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов тәбрикләне.
Ярыш булғас, еңеүселәре лә була тигәндәй, был юлы ла иң-иңдәр айырым баһаға лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһында 13 йәштән 16 йәшкә тиклемгеләр араһында Гран-прины Баймаҡ ҡалаһынан Әдилә Вәхитова яуланы. Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙҙары Мөкминова Әминә 1-се, Фатима Рәхимова 2-се, Йылайыр ауылынан Айсулпан Рәхмәтуллина 3-сө урында билдәләнде. Ярыштың икенсе шартына ярашлы был йәш төркөмөндә Ислам дине темаһына ҡағылышлы иң матур сығыш яһаусы тип Баймаҡ ҡалаһынан Рәлиә Байтимерова табылды. 6 йәштән 12 йәшкә тиклем йәш арауығында Йылайырҙан Дилиә Исламғолова 1-се урынды яуланы. 2-се, 3-сө баҫҡыстарҙа Йылайырҙан Сафия Атанбаева менән Баймаҡ ҡалаһынан Зәйнәб Вәлиева билдәләнде. Был төркөмдә Ислам дине темаһына ҡағылышлы ижади сығыш яһаусы Хәйбулла районынан килеүсе Зәйнәб Муллағәлләмоваға тиңдәр булманы.
Малайҙар араһында 13-16 йәшлектәр араһында 1-се урынға Баймаҡ ҡалаһынан Мөслим Вәхитов, 2-се урынға Баймаҡ районынан Абдулла Әйүпов, 3-сө урынға Белорет ҡалаһынан Адам Чувакаев лайыҡ булды.
Кесе төркөмдә 1-се урынға Сибайҙан Таһир Байтимеров, 2-се урынға Белорет ҡалаһынан Абдулла Аидбаев һәм 3-сө урынға Баймаҡ районынан Абдулла Ғәлин сыҡты. Йылайырҙан Ильяс Шәрипов Ислам дине темаһына ҡағылышлы иң яҡшы сығыш яһаусы булараҡ билдәләнде.
Бәйгелә ҡатнашыусы барлыҡ конкурсанттар 1000, Гран-при яулаусылар 30000, 1 урын 16000, 2 урын 11 000, 3 урын алыусылар 6000, иң яҡшы, ижади сығыш яһаусылар 3000 һум аҡсалата приз һәм 4-се, 5-се урындар алыусылар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.