Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Сентябрь 2021, 17:01

Был аҙнала балалар нисек уҡыр?

Министр Айбулат Хажин был мәсьәләгә аныҡлыҡ индерҙе

Был аҙнала балалар нисек уҡыр?
Был аҙнала балалар нисек уҡыр?

Билдәле булыуынса, был аҙна һуңында – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә Башҡортостанда һайлау көндәре үтәсәк. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин был көндәрҙә балаларҙың һәм студенттарҙың нисек уҡыясағы тураһында һөйләне.
17 сентябрҙә, йома көнөндә мәктәптәрҙә дәрестәр булмаясаҡ, уҡыусылар өсөн тәрбиә саралары үтәсәк. Был тауыш биреүҙең башлыса мәктәптәрҙә үтеүенә бәйле. Һайлау үтмәгән белем биреү ойошмаларында проект эшмәкәрлеге һәм дистанцияла уҡыу планлаштырылған.
18 сентябрь, шәмбе ял көнө буласаҡ.
Айбулат Хажин белдереүенсә, 45 колледж бинаһында шулай уҡ участка һайлау комиссиялары ойошторолған. Бында йома һәм шәмбелә студенттар дистанция тәртибендә уҡыясаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: