Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Сентябрь 2021, 10:00

“Үҫеш нөктәһе” ауыл мәктәбе уҡыусыларына мөмкинлектәр аса

Йомағужа урта мәктәбендә лә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды

“Үҫеш нөктәһе” ауыл мәктәбе уҡыусыларына мөмкинлектәр аса
“Үҫеш нөктәһе” ауыл мәктәбе уҡыусыларына мөмкинлектәр аса

Башҡортостандың ауыл һәм бәләкәй ҡалалары мәктәптәрендә урынлашҡан “Үҫеш нөктәләре” ағымдығы йылдың 1 сентябренән тағы 207 үҙәккә артты һәм уларҙың дөйөм һаны 382-гә етте. Был башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Был проект Рәсәй мәғарифын донъя кимәлендә көнәркәшлеккә сығарыуҙы, Рәсәй Федерацияһын белем биреү сифаты йәһәтенән иң яҡшы ун дәүләт исемлегенә индереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ошо көндәрҙә милли проект сиктәрендә Йомағужа урта мәктәбендә лә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды. Яңы уҡыу йылын башлап “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә балалар ата-әсәләре менән ғәҙәти булмаған сағыу бүлмәләргә инде. Был үҙәк өр-яңы белем биреү киңлеген тәшкил итә. Унда уҡыусыларға информатика, технологиялар, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса белем бирәсәктәр.
Шулай уҡ, бында виртуаль ысынбарлыҡ, квадрокоптерҙар менән идара итеү нигеҙҙәре, 3D-моделләү, программалау, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, «Физика», «Химия», «Биология» буйынса дәрестән тыш күнекмәләр үткәреләсәк. Тағы ла балалар шахмат уйыны серҙәренә төшөнөү, үҙҙәренең шәхси медиаресурстарын булдырыу мөмкинселеген аласаҡ.
Матур итеп биҙәлгән "Үҫеш нөктәһе" үҙәге бүлмәһендә, заманса ҡорамалдар ауыл уҡыусыларына сифатлы белем биреү мөмкинлеген киңәйтә. Был үҙәк балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә ҡыҙыҡлы майҙансыҡҡа әйләнер, тип ышанабыҙ.
Ошо йүнәлештә эшләүсе уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы асыштар теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: