Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2022, 17:56

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашып, бер миллион һум алырға мөмкин

Бер аҙнанан, дөрөҫөрәге 15 апрелдә, «Ауыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыуға документтар ҡабул итеү тамамлана. Был турала Башҡортостандың Мәғариф министрлығы белдергән.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашып, бер миллион һум алырға мөмкин
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашып, бер миллион һум алырға мөмкин

Конкурста еңгән 44 уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә.

2020 йылда эшләй башлаған был программа 2022 йылға тиклем планлаштырылған ине, хәҙер ул 2023 йылға ҡәҙәр оҙайтылған.

Конкурс тураһында тулы мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса ала алаһығыҙ:

https://education.bashkortostan.ru/activity/19767/

 

Фото: Мобусош-С-Юлдыбаево Юлдыбай-Урта-Дөйөм-Белем-Биреү-М

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: