Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель 2022, 17:14

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫРҒА ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

Ул 23 апрелдә онлайн һәм оффлайн форматтарҙа үткәрелә.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫРҒА ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫРҒА ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһын Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә үткәрә.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/  сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрелендә Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 11-ҙә тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-дән 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан 12:00-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-тән 12.30-ға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға  [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә төнгө 11 сәғәт 59 минутҡа тиклем ебәреп өлгөрөргә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 24 апрель 23 сәғәт 59 минутҡа тиклем  https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.

Диктантта һәр кеше ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында  https://bashdictant.ru/ сайтында баҫыласаҡ.

 

Фото: ufaved.info

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫРҒА ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘЫРҒА ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: