Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Март 2023, 09:47

Өфө хакимиәте мәктәптәрҙә льготалы туҡланыуға хаҡтарҙы раҫланы

Өфө мэрияһында мәктәптәрҙә бушлай ҡайнар аш менән туҡланыуҙы ойоштороуға яңы тарифтар раҫланды. Тейешле указға баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.

«Башинформ» агентлығына документты өйрәнгәндән һуң билдәле булыуынса, льготаға хоҡуҡлы балалар өсөн белем биреү ойошмаларында төшкө аштың хаҡы 2023 йылдың 1 ғинуарынан уҡ артҡан.

Әйтәйек, хәҙер 1-4-се класс уҡыусылары өсөн иртәнге аш көнөнә – 63 һум 80 тин, төшкө аш – 71 һум 82 тин, төштән һуңғы аш 45 һум тора. 5-11 класс уҡыусылары өсөн хаҡтар түбәндәгесә: иртәнге аш – 60 һум, төшкө аш – 70 һум, төштән һуңғы аш – 45 һум.

Украинанан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, Донецк Халыҡ Республикаһынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән күсенгән, ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәмәгән 5-11-се класс уҡыусылары өсөн дә бушлай туҡланыу хаҡы артҡан. Иртәнге ашҡа — 78 һум 20 тин, төшкө ашҡа 89 һум 45 тин бүленә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: