Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Март , 14:51

1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана

Ата-әсәләр ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин.

Башҡортостанда 1 апрелдән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлай. Ата-әсәләр ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин.

Был осорҙа тәү сираттағы йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә, шулай уҡ белем биреү ойошмаһына беркетелгән биләмәлә теркәлгән балаларға ғариза бирәләр.

Беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балалар өсөн ғаризалар 6 июлдән ҡабул ителә һәм 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Ғариза биреү ысулдарын да иҫкә төшөрҙөләр:

- «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» сайтында электрон формала;

- берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталының сервистарын файҙаланып;

- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы функцияларын файҙаланып;

- дөйөм белем биреү ойошмаһының электрон почтаһы ярҙамында электрон формала;

- дөйөм белем биреү ойошмаһында;

- заказлы хат менән тапшырырға мөмкин.

Баланың прописка буйынса ҡайһы мәктәпкә ҡарауын бында белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-13/s-nachala-aprelya-nachinaetsya-priyom-zayavleniy-dlya-zachisleniya-detey-v-1-klass-3679627 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: