Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель , 21:56

20 июндә башлана

Барыһы ла йәштәр ҡулында!

20 июндә башлана
20 июндә башлана

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы быйыл 20 июндә башлана.

Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр ителде. Быйыл абитуриенттарҙың дөйөм һаны 1 миллион кешенән күберәк булыр, тип көтөлә.Быйыл бюджет урындары 620 меңдән ашыу. «Вузға онлайн уҡырға ин» сервисы ярҙамында абитуриенттар араһындағы конкурс уңайлы һәм асыҡ буласаҡ. Шулай уҡ айырым квота сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының юғары уҡыу йорттарына инеүгә хоҡуғы ла бойомға ашырыласаҡ. Быйыл абитуриенттар дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында эш биреүселәр менән маҡсатлы килешеү ҙә төҙөй ала. Быйыл уҡыу йорттарына 621 мең 321 бюджет урыны бүленгән, шуларҙың 29 меңдән ашыуы – яңы төбәктәрҙең университеттарына бирелә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: