Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июнь , 22:41

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы мәктәбенә, уҡытыусыларына һәм ата-әсәһенә рәхмәтле ул, Рәзилә!

Матрай урта мәктәбен тамамлаусы дәртле лә, матур ҙа, маҡсатлы ла йәштәр араһында көмөш миҙалға лайыҡ булған ҡыҙ ҙа бар. Ысын күңелдән уны ҡотлайбыҙ!

Матур ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ бар тырышлығын һалып уҡый, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Ата-әсәһе өсөн оло ғорурлыҡ, бер туғандары өсөн өлгөлө апай булған Рәзилә Исҡужинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

Уңыштарының күп булыуын, киләсәктә тик яҡшы кешеләр генә осрап тороуын теләйбеҙ!

Афарин, һиңә!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: