Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Мәғариф
30 Август 2024, 06:15

«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты

Беҙҙең район шайморатовсылары фәһемле осрашыуҙарҙа ҡатнашты һәм Республика Башлығынан яңы уҡыу йылына бүләк итеп «Йәш шайморатовсының көндәлеге»н алды.

«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты
«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты

Ошо көндәрҙә республика мәктәптәрендә асылған «Шайморатовтар кластары» өсөн профилле смена лагеры ойошторолдо.


24-29 августҡа тиклем Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы майҙансығында үткән сараларҙа мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө ярыштар, конкурстар һәм фәһемле дәрестәр үтте.


Профиль сменаһы программаһы буйынса балаларға хәрби-медицина, физик һәм техтик әҙерлек, хәрби типография буйынса уҡыу дәрестәре, шулай уҡ радиация, химик һәм биологик һаҡлау нигеҙҙәрен өйрәнеү үткәрелде. «Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашты.


Балалар өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Беҙҙең герой» күргәҙмә экспозицияһы, «Геройҙар ярышы» ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, «Салауат Тоҡомдары сигенеүҙе белмәй», «Иң Яҡшы шайморатовсы», «Талантлы отряд» һәм башҡа төрлө саралар ойошторолдо.
Сараның мөһим өлөшө булып Рәсәй геройы Николай Анатольевич Злобин һәм Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән осрашыу булды.


«Шайморатовсылар» республиканың бөтә йәштәре өсөн өлгө булып тора тип белдерә Радий Хәбиров.

– 27 август легендар хәрби етәксе, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулды. Был көндө беҙ Шайморатов генерал ордены кавалерҙары клубы Советының беренсе ултырышын үткәрҙек, –тип хәбәр итте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Республикала был юғары награда биш йыл элек булдырылғайны. Уны хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ, республика һәм ил алдындағы башҡа мөһим ҡаҙаныштар өсөн тапшыралар. Бәлки киләсәктә һеҙҙең арағыҙҙа ла шундай батырҙар булыр һәм генерал-майор Шайморатов орденына лайыҡ тип табылыр. Ил үҫешенең ҡатмарлы осоронда генерал-майор Шайморатовтың батырлығы хаҡында хәтер бөтә йәмғиәтте берләштерҙе. Беҙҙең республика Шайморатов исеменә тап төшөрмәй. Бына һеҙ ҙә «шайморатовсылар» рәтенә инеп, Өфөнөң Совет майҙанында тантаналы рәүештә ант бирҙегеҙ. Һеҙ – «Шайморатовсылар», һәм һеҙ Башҡортостандың йәш, киләсәк быуыны өсөн өлгө булып тораһығыҙ, – тип сығыш яһаны төбәк башлығы Радий Хәбиров уҡыусылар менән осрашыуында.


Беҙҙең район шайморатовсылары ла ошо фәһемле осрашыуҙарҙа ҡатнашты һәм Республика Башлығынан яңы уҡыу йылына бүләк итеп «Йәш шайморатовсының көндәлеге»н алды. Профилле сменала ҡатнашыу «йәш шайморатовсылар»ҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Уҡыусыларыбыҙға ошондай матур һәм файҙалы саралар ойошторолоуы уларҙың күңелендә патриотик рух һәм тыуған илгә һөйөү тыуҙыра.


Сарала ҡатнашыусы, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 7 класс уҡыусыһы Нуриман Солтанов:

– Биш көн дауамында үткән профилле смена лагеры беҙгә бик оҡшаны. Был көндәрҙе беҙ бик файҙалы һәм фәһемле үткәрҙек. Төрлө отрядтарға бүленеп спорт ярыштарында, ҡыҙыҡлы хәрби, медицина, физик һәм башҡа төрлө өлкәлә үҙебеҙҙе һанап ҡараныҡ. Мәҙәни сараларҙа ҡатнашып йыр бәйгеләрендә урындар алдыҡ. Бик кәрәкле булған ошо лагерҙы ойоштороусыларға, унда эшләгән тәрбиәселәргә, педагогтарға һәм вожатыйҙарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты
«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты
«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты
«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты
«Йәш шайморатовсылар» төрлө мәҙәни-ял сараларында ҡатнашып ҡайтты
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас