Сөнки унда барыһы ла төптән уйлап, күңел биреп эшләнгән. Унан яңылыҡ һәм фәһем алып сығаһың. Бында яңы китаптар, шулай уҡ күренекле яҙыусыларҙың тыуған көндәренә бағышланған күргәҙмә менән танышырға була. Ә бына биналағы матурлыҡ, китап кәштәләрендәге тәртип, әлбиттә, китапханасының тырышлығы. Китапханалағы бер китап та тик ятырға тейеш түгел тип иҫәпләй, Матрай урта мәктәбе китапханасыһы Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы Килдеғолова. – Китап – ул төп тәрбиә ҡоралы. Балалар күпләп китап алырға килһәләр минең өсөн ҙур ҡыуаныс, тимәк улар тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына тигән һүҙ. Китапты килтереп тапшырғанда иһә нимә тураһында уҡыуҙары, ниндәй ваҡиғалар иҫтә ҡалыуы тураһында ҡыҙыҡһынам. Уҙемдең дә ғаилә ағзаларында китапҡа ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Ә инде кистәрен бергәләп китап, гәзит-журналдар уҡыу – беҙҙең ғаилә традицияһына әйләнгән, – ти Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы.
Эшен бар күңелен һалып башҡара, уға яуаплы ҡарай ул. Мәктәп һәм район күләмендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла актив ҡатнаша. Китапханала ойошторған күргәҙмәләре һәр ваҡыт үҙенсәлекле, үҙенә тартып тора, ти уның хаҡында коллегалары.
Әлфиә Мөхтәр ҡыҙына һәм райондың барлыҡ мәктәп китапханасыларына ижади уңыштыр, яңы проекттарҙа еңеүҙәр һәм көр кәйеф теләп ҡалабыҙ. Һеҙ ойошторған һәр сара ла ҡыҙыҡ китап уҡығандай күңелле үтһен!