Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Мәғариф
14 Март 2025, 15:42

Ҡотлайбыҙ!!!

Бөгөн Өфөләге «Торатау» конгресс-холында "Йыл уҡытыусыһы - 2025" конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Беҙҙең район данын яҡлап, күп йылдар дауамында үҙ һөнәренә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған бик шәп уҡытыусы - Еңеүсе булды! Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы Аҡҡужинаны ихлас ҡотлайбыҙ! Алдағы киләсәктә лә арыу-талыу белмәйенсә, юғары бейеклектәр яулауын теләйбеҙ!!!

Ҡотлайбыҙ!!!Ҡотлайбыҙ!!!
Ҡотлайбыҙ!!!

Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2025" ХХХ төбәк-ара конкурсының бөтә этаптарында ла лайыҡлы сығыш яһаны, төбәктең иң яҡшы ун уҡытыусыһы иҫәбенә инде һәм "Уҡыусыларҙың ижади потенциалын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн" номинацияһында еңеүсе булды. Афарин!!!

Шулай уҡ, жюри ҡарары буйынса, Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы Махсус приз - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде.

Ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас