Артабан ҡунаҡтар олуғ шәхесебеҙ Шәйехзада Бабич һәйкәле янында уҙғарылған митингта ҡатнашты, шағир ҡәберенә сәскәләр һалды һәм бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Сараның төп өлөшө – методик кәңәшмәгә, темаға ярашлы көнүҙәк мәсәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү маҡсатында район мәғариф бүлеге етәкселеге, Йылайыр башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, тыуған телдәр буйынса методист, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары һәм ата-әсәләр комитеты Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының тантаналар залына йыйылды.
Сараны асып ултырышта ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге етәксеһе Алһыу Амакасова сәләмләне һәм бөгөнгө көндә мәктәп һәм балалар баҡсаларында туған телде үҫтереү буйынса ниндәй эштәр алып барылыуы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Йылайыр районы депутаты Илнур Рифат улы Сәлихов бүләк иткән «Һомай» аҡыллы колонкаһы нигеҙендә эшләнгән, урыҫ телле балаларға башҡорт телен өйрәтеүгә программаланған «Әминә» аҡыллы колонкаларын «Ҡояшҡай» һәм «Аҡсәскә» балалар баҡсаларына тапшырып үтте.
Артабан Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса балалар баҡсаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса сығыш яһаны һәм телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән барыһын да бергә, ҡулға-ҡул тотоноп, әүҙем эшләргә саҡырҙы. Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлфиә Хажиева «Райондың балалар баҡсаларында, мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү» темаһына сығыш яһаны. Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлмира Билалова гимназияла «Урал батыр» мәктәбен ғәмәлгә ашырыу юлдарын бәйән итте. Йылайыр башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлсәсәк Иғдәүләтова үҙ сығышында районда дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауҙа йәмәғәт берекмәләренең роле хаҡында һөйләп үтте. Йәнле һәм эшлекле мөхиттә уҙған кәңәшмәне сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең рухлы сығыштары оҙатып барҙы.
Башҡорт теленең киләсәге – үҫеп килеүсе йәш быуындың ҡулында. Бөгөнгө тормошобоҙҙа, кесә телефондары, компьютер модаға инеп киткән заманда, туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ғаиләнең роле айырыуса ҙур. Шуға күрә тел ҡәҙерен аңлаған һәр ғаилә үҙ балаһына туған телен биләүҙән өйрәтергә бурыслы. Әсә телендә бишек йыры, әкиәттәр тыңлап үҫкән балала һис шикһеҙ, үҙ теленә һөйөү, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ артабан йәшәйәсәк! Ә телебеҙ булһа, милләт йәшәй, туплана, тел ярҙамында киләсәккә юл яра.