Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Мәғариф
28 Май 2025, 10:35

Һәләтле балалар бүләкләнде

Үткән аҙнала Йылайыр мәҙәниәт йортонда район йәштәр форумы үтте.

Һәләтле балалар бүләкләндеҺәләтле балалар бүләкләнде
Һәләтле балалар бүләкләнде

Сарала район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, район Советы рәйесе Геннадий Туленков, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов, мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Амакасова, райондың төрлө мәктәптәренән алдынғы уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Район форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Борис Николаевич Мелкоедов:


– Был форумды һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе дәртләндереү, уларға ярҙам итеү маҡсатында үткәрәбеҙ. Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һәр сарала әүҙем ҡатнашыуҙары һәм белемгә ынтылыштары өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, мин, алда тағы ла бик күп юғары ҡаҙаныштарығыҙ булыр тигән ышанысымды һеҙгә белдерәм һәм уңыштар теләйем, – тине.
Форум барышында мәктәп уҡыусыларының, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, шулай уҡ йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә арымай-талмай эшләгән район уҡытыусыларының, остаздарының һәм тренерҙарының юғары ҡаҙаныштары билдәләнде.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас