Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Мәғариф
11 Июнь 2025, 09:50

Урал батыр рухын һаҡлаусылар

8 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән булдырылған «Урал батыр» эпосы көнөндә, республикала «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы старт алды. Конкурс Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан  сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, «Урал батыр» эпосын популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын ойошторолоп килә һәм быйыл ул Күмертау ҡалаһының Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемен йөрөткән 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатында үтте.

Урал батыр рухын һаҡлаусыларУрал батыр рухын һаҡлаусылар
Урал батыр рухын һаҡлаусылар

Конкурста республикабыҙҙың һәм күрше Ырымбур өлкәһенең мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларынан 47 яңғыҙ  башҡарыусы һәм 27 фольклор коллективы ҡатнашты. Йәш сәсәндәр өс көн буйына ике этапта – эпосты яттан һөйләү һәм эпостан өҙөктәр сәхнәләштереү буйынса үҙ-ара көс һынашты.

Алдан яҙып үтеүебеҙ буйынса был мәртәбәле сарала беҙҙең райондан Урал батыр йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсының зона этабы еңеүселәре - Йомағужа мәктәбе уҡыусыларының ижади коллективы (етәкселәре Разия Илбаҡтина менән Мөнирә Иҫәнбаева) сығыш яһаны һәм эпосты сәхнәләштереү номинацияһында 1 урынға лайыҡ булды.  

Иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы булған "Урал батыр" эпосын ятлап, уны мәртәбәле бәйгелә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, районыбыҙ исеменән сығыш яһаусы телһөйәр уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләренә "Афарин!" тиергә генә ҡала. Артабан да балалар күңелендә Урал батыр рухын  һүрелтмәй, киләһе бәйгеләрҙә лә  ярыш сәмен арттырып, дәртләнеп сығыш яһарға яҙһын, йәш сәсәндәргә!

Урал батыр рухын һаҡлаусылар
Урал батыр рухын һаҡлаусылар
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас