

Мәҡәләм геройы 2004 йылдан бөгөнгәсә Юлдыбай ауылындағы «Батыр» физкультура һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса тренер булып эшләүсе, юғары категориялы уҡытыусы Ришат Ринат улы Аҡҡужин да ғүмерен спорт менән бәйләгән. Бала саҡтан үҙенең етеҙлеге, спортты үҙ итеүе менән башҡаларҙан айырылып торған егет мәктәпте тамамлап ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас һис икеләнеүһеҙ документтарын Кумертау педагогия колледжының физкультура бүлегенә тапшыра. Бында, әлбиттә, егеттә спортҡа ҡарата һөйөү уятҡан, уның бар нескәлектәренә төшөндөргән һәм тормошта дөрөҫ һөнәр һайлауҙа булышлыҡ иткән физкультура уҡытыусыһы Миңлеғәле Ҡолһариндың роле ҙур.
Колледжды тамамлап, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң тәүге хеҙмәт юлын Йылайырҙағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә башлай. Бер йылдан, 2004 йылда, йәш белгесте Юлдыбайға физкультура уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан яңы асылған «Батыр» физкультура -һауыҡтырыу комплексына тренер итеп күсерелә, һәм бына инде егерме йылдан артыҡ Ришат Ринат улы ошо комплекста балаларға спортҡа һөйөү тәрбиәләй, сәләмәт тормош серҙәренә төшөндөрә.
Коллегалары, ауылдаштары, уҡыусылары араһында абруй ҡаҙанған педагог ауыл биләмәһендә, район, зона, республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп башҡарғанға күрә, ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләре лә күп уның. Тәрбиәләнеүселәре район һәм төбәк-ара ярыштар призерҙары булып таныла, ә уҡыусыларын яңынан-яңы еңеүҙәргә сәмләндергән, рух өҫтәгән педагогтың хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, дипломдар менән билдәләнә.
Тынғыһыҙ уҡытыусы эшенә лә өлгөрә, шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар ҙа тота. Уның араһында заказға бура бурай, ҡыйыҡ яба, йәйен утын әҙерләп һата. Бөгөнгө көндә хәләле Зөһрә Ғәйнулла ҡыҙы менән яңы, иркен йорттарында балалар үҫтереп матур донъя көтә улар һәм үҙҙәре миҫалында нәҫел дауамы булған ул-ҡыҙҙарын да һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өндәй Аҡҡужиндар.