Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Мәғариф
28 Август 2025, 05:02

Булмышы менән уҡытыусы

Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, уҡытыусы булып тыуырға кәрәк, ти халыҡ. Ысынлап та, был һөнәргә эйә булыу өсөн түҙемлелек, сабырлылыҡ, юғары белем генә етмәй, ә балаларҙы яратыу, ғүмерең буйы уларға үрнәк, дуҫ, кәңәшсе, серҙәш булырға ла кәрәк. Шунда уҡ ысын педагогҡа күп эҙләнергә, бер туҡтауһыҙ оҫталығыңды камиллаштырырға, заман менән бергә атлау ҙа әһәмиәтле. Был сифаттарҙың барыһы ла бер кешелә, Ашҡаҙар ауылында йәшәүсе башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнүзә Әхмәровала тупланған.

Булмышы менән уҡытыусыБулмышы менән уҡытыусы
Булмышы менән уҡытыусы

Фәнүзә Әхмәтсәғит ҡыҙы Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән теремек, бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙсыҡ ошо ауылда башланғыс кластарҙы уҡып башлай һәм 4-8 класҡа тиклем Һабыр урта мәктәбендә дауам итә. Һуңынан Сибай педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм пионервожатый квалификацияһын ала. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия академияһында юғары белем ала һәм хеҙмәт юлын Ҡамышүҙәк ауылында башлай. Һуңынан Васильевка ауылында, шунан Ашҡаҙар мәктәбендә һәм һуңғы йылдарҙа Һабыр урта мәктәбендә эшләй.
Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен үҫтерергә ынтылырға тейеш. Ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған Фәнүзә Әхмәтсәғит ҡыҙы үҙен тап шундай педагогтарҙың береһе булараҡ таныта. Ул балаларға белем биреп кенә ҡалмай, ә рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә, уҡыусылар ысын шәхес булып өлгөрһөн, тыуған илен, телен яратһындар тип тырыша. Балаларҙы төрлө конкурста ҡатнашырға дәртләндереүсе лә, ижадҡа ҡанат ҡуйыусы ла була ул. Шулай итеп, эшенең төп йүнәлешенең береһе ул балаларҙың ижади һәләтен, телмәрен нығытыу булып тора. 41 йыл эшләү дәүерендә ул районда иң беренселәрҙән булып «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе уҡыусылар әҙерләгән кеше. Ул етәкләгән балалар һәр ваҡыт алдынғы урындар яулап районыбыҙ данын күтәргән, сөнки эпосты ятлау, уның тарихын белеүҙе Фәнүзә Әхмәтсәғит ҡыҙы оло маҡсат итеп ҡуйып эшләй. Мәҡәләбеҙ геройы быйылғы йылдан хаҡлы ялға сығырға ҡарар иткән. Үҙенең һөнәренә һәр ваҡыт яуаплы ҡараған, уҡыусылар өсөн бар ғүмерен бағышлаған яғымлы ҡарашлы, нескә һүҙле педагог бөгөнгө көнгәсә һәләтле балалар менән юғары кимәлдә эшләй. Төрлө эҙләнеү-тикшеренеү эштәрендә, олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә улар.
Тәүге уҡытыусы… Нәҡ беренсе класта ҡаршы алған һәм дүртенсегә тиклем оҙатып барған уҡытыусыларға ғына төбәп әйтелгән был ике һүҙ һәр кемебеҙҙең йөрәгендә мәңге һаҡланалыр. Сөнки уҡытыусының эше уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә киләсәктә баланың ниндәй шәхес булып үҫеүендә мөһим роль уйнай. Тик улар ғына һәр баланың йөрәгенә үҙ асҡысын таба, уларҙын һәр уй-кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. Белем тауҙарына үрләгәндә лә уҡытыусы тәүге ярҙамсы, алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.
Шуға ла Фәнүзә Әхмәрова балаларҙың йөрәген тәү күреүҙән яулай. Уның тырышлығы ла бушҡа үтмәй. Ул уҡытҡан егет һәм ҡыҙҙар бөгөн һәр кемеһе тормошта үҙ урындарын табып, матур донъя көтә.
Уның барлыҡ хеҙмәтенең емештәре ул уҡытҡан уҡыусылары. Фәнүзә Әхмәтсәғит ҡыҙы Әхмәрованың күп йыллыҡ яуаплы эше 2006 йылда бирелгән район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм 2009 йылда тапшырылған Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән. Тағы ла профсоюз ойошмаларынан тапшырылған Маҡтау ҡағыҙҙары бар уның.
Ошондай матур хеҙмәт юлы үткән, әллә күпме быуын балаларына белем биргән уҡытыусы бөгөн Ашҡаҙар ауылында матур донъя көтә. Тормош иптәше менән бынамын тигән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп тормош юлына сығарғандар. Ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем булған Әхмәровтар бөгөн ике ейәненә бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй булып ҡыуанып йәшәй.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас