

Йәш быуында рус теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының береһе Иван-Ҡыуалатта ауылында донъяға килә. Алтынсы класҡа тиклем тыуған ауылында уҡығандан һуң, күсеү сәбәпле, урта белемде Юлдыбай ауылында дауам итә. Һуңынан, 2002 йылда Сибай педагогия колледжының башланғыс кластар һәм өҫтәлмә рәүештә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы факультетына уҡырға инә. Колледждың алдынғы студенты булараҡ Әлиә Илдар ҡыҙы һөнәрен ныҡлы үҙләштерә һәм быны уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап иҫбат итә. Япарһаҙ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. 2007 йылда ул Стәрлетамаҡ педагогия академияһының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
2013 йылдан Әлиә Илдар ҡыҙы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында хеҙмәт юлын дауам итә. Тырыш уҡытыусы заманса технологияларҙы үҙ итә, яңы методик алымдарҙы ҡуллана. Ул үткәргән дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булыуы уның уҡыусыларға ҡарата булған һөйөүен, шул уҡ ваҡытта талапсан булыуын күрһәтә. Һәр балаға «асҡыс» таба алған мәҡәлә геройы уҡыусылары менән район һәм республика олимпиадаларында, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Заман уҡытыусыһы – ул бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог та, психолог та, артист та. Шунһыҙ уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел. Педагогтар өсөн ойошторолған бәйгеләрҙә лә һәр ваҡыт уңыштар яулай. Мәҫәлән, 2019 йылда ул «Ауыл уҡытыусыһы» республика конкурсы буйынса грант алған, 2020 йылда «Иң яҡшы рус һәм башҡорт теле уҡытыусылары» республика конкурсында еңеүсе булған. Был уңыштар артында – тынғыһыҙ хеҙмәт, тырышлыҡ, туҡтауһыҙ камиллашыу, һөнәренә һәм балаларға ҡарата сикһеҙ һөйөү.
Был мөләйем ҡатын-ҡыҙ барыһына өлгөрә: һөнәрендә лә, ғаиләһен дә лә уңған. Тормош иптәше Даян менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Шул арала конкурстарҙа ла еңеү яулап өлгөрә. Афарин!
Барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙ иткән, уҡыусылары өсөн һәр яҡлап өлгө булған Әлиә Илдар ҡыҙы Айҙашеваның был һөнәргә килеүе, ғөмүмән, уны яратыуы ата-әсәһенән киләлер. Сөнки ул уҡытыусылар нәҫеленән. Атаһы Илдар Илһам улы ла Сибай педагогия колледжында белем ала. Уның педагогик хеҙмәт юлы Көйөргәҙе районында башланһа ла, бик күп йылдар дауамында ул үҙебеҙҙең Йылайыр районында эшләй. Уҡытыусылыҡ эшен яратып башҡарған, һәр бурысын теүәл итеп үтәгән педагогты элекке коллегалары, курсташтары һағынып иҫкә ала.
Әлиә Илдар ҡыҙының әсәһе Вәлимә Рафиҡ ҡыҙы Амакасованың дә был һөнәргә тоғро булып бик күп йылдар мәғариф өлкәһендә эшләүе ҡыҙының башланғысына этәргес булғандыр. Вәлимә Рафиҡ ҡыҙы ла шул уҡ педагогия колледжы студенты була. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәжрибәле лә, мөләйем дә булған педагог тураһында районыбыҙ баҫмаларында күп тапҡырҙар яҙғаныбыҙ булды. Уның оҫта етәксе булыуын да районыбыҙ халҡы бик яҡшы белә. Әле ул хаҡлы ялда. Үҙ һөнәреңә ҡарата хөрмәт, үҫеп килгән быуын вәкилдәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ата-әсәләре эшенә балаларының да ихтирам менән ҡарауы уларҙың ошо һөнәрҙе һайлауына килтерәлер ҙә инде. Уҡытыусы булыуы менән ғорурланған Амакасовтар нәҫеле өсөн дә был һөнәр – үҙенсәлекле йәшәү рәүеше булып һанала. Шулай булмай ни, был ябай һөнәр һайлау ғына түгел, ә эске бер илаһи кисереш тә. Уҡытыусы булыу еңелдәрҙән түгел, әлбиттә, шулай ҙа ошо юлды һайлаған балалары һәм өлкәндәр башлап ебәргән данлы хеҙмәт юлынан ғорур атлаған уҡытыусылар династияһы бар был ғаиләлә.
Әлиә Илдар ҡыҙына баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәтендә уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ!
Уны коллегалары ла, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре лә бик хөрмәт итә. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ дәрт, һаулыҡ насип булһын!
Фото ғаилә архивынан алынды.