

Яңы мәктәп автобустары — көн һайын мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙ өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан алып беҙҙең мәктәптәргә 900-гә яҡын яңы автобус тапшырылды.
– Уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә үтә мөһим хеҙмәте, балаларыбыҙға яҡшы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Автобус һәм еңел машиналар республиканың төрлө район һәм ҡалаларына оҙатылды. Йылайырҙар ҙа был шатлыҡлы яңылыҡтан ситтә ҡалманы. Йылайырҙағы Н.Ириков исемендәге урта мәктәбе, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы һәм Юлдыбай ауылының М.Әбсәләмов исемендәге урта мәктәптәренә республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡулынан, федераль һәм республика бюджеты аҡсаһына һатып алынған үҙебеҙҙең ил машиналарын тапшырҙы.
Шулай уҡ Юлдыбай урта мәктәбе водителе Фәнил Сөләймән улы Ишбирҙингә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Республика Башлығы исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды.
– Районыбыҙға өс яңы автобус бирелде. Шул иҫәптә беҙҙең мәктәп тә бар. Был ярҙам уҡыусыларыбыҙҙың хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттарҙа йөрөйәсәге ҡыуандыра. Сит ауылдан йөрөп уҡыған уҡыусыларға, төрлө ярыштарға, конкурстарға йөрөтөү өсөн дә бик ҡулайлы буласаҡ. Яңы техника яңы инде, оҙаҡ ҡулланырға булһын. Һуңғы йылдарҙа иҫке автобусыбыҙға күп ремонт талап ителә ине, шуға күрә нәҡ беҙҙең мәктәбебеҙгә 16 урынлы, бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы автобус бирелеүе беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс, – ти, М.Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбе директоры Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Айытҡолова.
Мәктәп автобустарының маршруттары хәүефһеҙ булһын! Имен-һау йөрөргә насип булһын, тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Фотолар Район хакимиәтенең "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.