Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Мәғариф
23 Сентябрь 2025, 05:14

Йылайыр районының ете мәктәбе яңы ҡорамалдар алды

Хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кабинеттары өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар Йылайыр, Юлдыбай, Йомағужа, Яманһаҙ, Иван-Ҡыуалат һәм Матрай ауылдарының белем биреү учреждениеларына тапшырылды.    

Йылайыр районының ете мәктәбе “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) буйынса яңы ҡорамалдар алды. Был хаҡта урындағы хакимиәттән хәбәр иттеләр.

Хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кабинеттары өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар Йылайыр, Юлдыбай, Йомағужа, Яманһаҙ, Иван-Ҡыуалат һәм Матрай ауылдарының белем биреү учреждениеларына тапшырылды. Мәктәптәрҙә Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты макеттары, ҡул гранаталары, шулай уҡ дөйөм ғәскәри һаҡланыу комплекты һәм противогаз барлыҡҡа килә. Хеҙмәт кабинеттарында һаҡлағыс экранлы верстактар, лазер менән ҡырҡыу станоктары, мөйөш шымартыу машиналары, ағас яндырыу өсөн приборҙар, манекендар һәм тегеү машиналары ҡуйыласаҡ.

“Бындай йыһазландырыу уҡыу шарттарын яҡшыртыу ғына түгел, ә балаларҙа уларҙың киләсәк һөнәри эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле дөрөҫ күнекмәләрҙе һәм белемде формалаштырыу мөмкинлеген дә бирәсәк. Был мәғарифҡа инвестициялар балаларыбыҙҙың уңышлы киләсәге өсөн нигеҙ буласаҡ, тип ышанабыҙ”, — тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас