Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2025, 14:50

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты

Октябрь урталарында Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында башланғыс класс уҡытыусыларының район семинары уҙҙы. Семинарҙа ҡатнашыусылар гимназияның башланғыс класс уҡытыусылары Вилиә Түләшева үткәргән асыҡ дәрестә булды,  Зөмәрә Аҡҡужинаның «Йәшәү – үҙе батырлыҡ» исемле класс сәғәтен ҡараны.

Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы үткәргән патриотик класс сәғәтендә балалар яуҙа йөрөгән һалдаттарға хат яҙҙы, «ҡоро душ» әҙерләне.  Сарала махсус хәрби операция зонаһында булып ҡайтҡан яугирҙең дә ҡатнашыуы, шулай уҡ яу яланынан тағы бер яугир яҡташыбыҙҙың балаларға тип яҙҙырған видео – мөрәжәғәтен ҡарау класс сәғәтенә ҙур мәртәбә өҫтәне, уҡыусыларҙа беҙҙең һалдаттар өсөн ғорурлыҡ хисе һәм Ватаныбыҙға илһөйәрлек тойғоһо уятты.

 

Асыҡ дәрестәрҙән һуң ҡунаҡтар белем усағының  тамашалар залында гимназистарҙы «Рәсәй бөркөттәре» сафына ҡабул итеү тантанаһында ҡатнашты.

Семинарҙың пленар өлөшөндә педагогтар башланғыс мәктәптә интерактив белем биреү сараларын ҡулланып, уҡытыу-тәрбиә процесын ойоштороуҙың актуаль мәсьәләләре, белем биреү системаһының төп процестары тураһында фекер алышты. Башланғыс класс уҡытыусыларының район семинары гимназияның педагог-психологы Әлфиә Юлдыбаева һәм мәғариф бүлегенең мәғлүмәт- методик үҙәге мөдире Альбина Өмөтбаеваның сығышы менән тамамланды.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас