Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар , 09:46

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.  Быйыл 40-сы тапҡыр ойошторолған телһөйәрҙәр бәйгеһе йылдағыса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙғарылды һәм Өфөнөң балалар филармонияһы залында уға йомғаҡ яһалды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте

Олимпиадала  республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларынан, күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм Ҡурған өлкәләренән барлығы 372 уҡыусы ҡатнашты. Милли мәктәптәр, башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыусылар, башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр эштәрҙе айырым үтәне.

Бәйгеселәр өс турҙа һынау тотто: викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, республикабыҙ халыҡтары мәҙәниәте буйынса тест эшләне, текст өҫтөндә эш башҡарҙы һәм жюри ағзалары менән әңгәмәләште.

Был бәйгелә муниципаль этапта яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусылар Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһынан һәм Матрай урта мәктәбенән Әбделмәнова Лиана, Атанбаева Алтынай, Иҫәнбаева Наҙгөл (етәкселәре Ә.Ә.Такаева), Хәсәнова Гөлнәзирә, Юламанова Шәүрә (етәкселәре М.И.Килдебаева ) һәм Сөләймәнова Амалия (етәксеһе Ә.Ғ.Ҡаҙаҡҡолова) ҡатнашты. Әбделмәнова Лиана бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты дипломы – «Аманатҡа тоғролоҡ» махсус призына лайыҡ булды. Лиананы һәм уның остазы Әнисә Әкрәм ҡыҙын уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас