Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль , 16:02

Ҡотлайбыҙ!

Йылайыр уҡыусылары Республика конкурсында икенсе урын яуланы.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Йылайыр уҡыусылары 7 февралдә Өфө ҡалаһында үткән Волга буйы Федераль округының интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабында уңышлы сығыш яһаны.
«Инженерлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү» йүнәлешендә бөтә Башҡортостандан 30-ҙан ашыу команда көс һынашты. Конкурста ҡатнашыусылар етештереү өлкәһен һайлай һәм хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән ҡоролма макетын эшләй, уның маҡсаты – етештереү процесын оптималләштереү, хеҙмәткәрҙәрҙең физик көсөргәнешлеген кәметеү, операцияларҙы башҡарыу тиҙлеген арттырыу йәки процесты хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ итеү.
Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 11 класс уҡыусылары Дәүләтсурин Тимур һәм Сысенко Андрей, етәкселәре Айгөл Хәлиулла ҡыҙы Аптикова менән «Компас 3D» программаһында өс үлсәмле модель булдырыу буйынса практик заданиены уңышлы үтәне. Улар «Реечный дровокол булдырыу» проектын яҡланы һәм республикала 2-се урынды яуланы!
Уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыһын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас